Уважаемые учителя родных языков!

Модераторы: Ахат Ильмухаметов, Sulejmanow R.F., Галиакберова А.Р.

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Файзерахманова » 07 ноя 2014, 18:15

Шәхес үҫтереүҙә, тәрбиәләүҙә туған тел дәрестәренең роле сикһеҙ. Дәрес - балаға белем биреүҙең төп формаһы. Белем һәм тәрбиә төшөнсәләре үҙ-ара айырылғыһыҙ бәйләнешкә ингән. Бөгөнгө Башҡортостандың яңы гражданы етәксе, иҡтисадсы, хоҡуҡ белгесе, ғалим һәм башҡа шундай һөнәрҙәрҙең береһенә эйә булырға тейеш. Милләтебеҙҙе үҫтерерҙәй шәхестәр кәрәк. Улар иһә дәрестә тәрбиәләнә.
Файзерахманова
 
Сообщения: 27
Зарегистрирован: 22 окт 2014, 10:42

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Файзерахманова » 07 ноя 2014, 18:26

Инновацион технология йөкмәткеһен асыуҙа эшсәнлек, ирек, шәхес,өйрәнеүсенең теләктәре, ҡыҙыҡһыныу һәм башҡа шундай төшөнсәләр файҙаланыла.
Без, тел уҡытыусылары, бары тик яҡшы әҙерлекле уҡытыусы ғына белем биреүҙе юғары дәрәжәлә алып барырға, уҡыусыларҙа тыңлап аңлау,һөйләү, уҡыу, яҙыу өлкәһендә ныҡлы белем һәм күнекмәләр булдырырға сәләтле икәнлеген аңлайбыҙ.
Шулай итеп, инновацион технология төп максаты итеп уҡыусының белем алу эшсәнлеген әүҙемләштереүҙе күҙ уңында тота тип әйтеү дөрөҫтөр.
Файзерахманова
 
Сообщения: 27
Зарегистрирован: 22 окт 2014, 10:42

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Файзерахманова » 07 ноя 2014, 18:34

Сер түгел, уҡыусылар матур әҙәбиәт әҫәрҙәрен бик аҙ уҡый.Ләкин бер техник сара , иң яңы быуын компьютер ҙа тере йәнле әҙәби әҫәрҙең үҙен, уның телен, моңон, фекер тәрәнлеген алмаштыра алмай. Бигерәк тә-уҡытыусының үҙен, уның белем биреү процесын. Уҡытыуҙың һәр этабы өсөн уҡыу материалын аңлатыуҙың иң уңышлы вариантын табыу- уҡытыусының бурысы.
Файзерахманова
 
Сообщения: 27
Зарегистрирован: 22 окт 2014, 10:42

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Файзерахманова » 07 ноя 2014, 18:46

Халҡының үткәнен, тарихын, сәнғәтен өйрәнгән, хеҙмәт һөйгән, матурлыкҡты күрә белгән, үҙ ара дуҫ һәм татыу мөнәсәбәттә тәрбиәләнгән балаларҙың киләсәге өмөтлө. Балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ.Ә киләсәк тормошто ҡороу өсөн сәләмәт кешеләр кәрәк. Сәләмәт балаларҙы тәрбиәләү өсөн сәләмәт уҡытыусылар кәрәк.Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек,күңел тыныслығы,рухи матурлыҡ теләйем.Бындай аралашыуҙар беҙҙең өсөн бик фәһемле һәм кәрәкле. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!
Файзерахманова
 
Сообщения: 27
Зарегистрирован: 22 окт 2014, 10:42

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Галеева Зульфия » 08 ноя 2014, 05:03

Электрон дәреслектәр , минеңсә, баланың дөйөм үҫешенә ыңғай йоғонто яһай: уҡыусыларҙың компьютер менән эшләү күнекмәләре нығына, ул белем алыуҙа үҙаллылыҡҡа өйрәнә, күп яҡлы информацияға эйә була, телде өйрәнеүгә ынтылышы үҫә. Компьютер өйрәтеү, күнегеүҙәр үткәреү, тикшереү функцияларын үҙ эсенә ала.
Галеева Зульфия
 
Сообщения: 15
Зарегистрирован: 06 ноя 2014, 11:07

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Галеева Зульфия » 08 ноя 2014, 05:05

Мәғарифты модернизациялау барған осорҙа һәр уҡытыусы үҙ эшендә яңы алымдарҙы, инновацион технологияларҙы ҡулланырға тырыша. Сөнки дәрестә төрлө алымдар, яңы методик табыштар ни тиклем киңерәк файҙаланылһа, уның һөҙөмтәләре лә шул тиклем юғарыраҡ була. Шуның өсөн һәр уҡыусының интеллектуаль һәләтен, белем кимәлен үҫтереүгә, шәхес булараҡ, уның формалашыуына ярҙам итеү буйынса файҙалы эштәр алып барыла.
Һуңғы йылдарҙа кеше менән компьютер бәйләнеше үҫә, төрлө информациялар биреү программалары компьютерға һалына. Был алымды дәрескә индерер алдынан иң тәүҙә уҡытыусыға түбәндәге шарттарҙы үтәү мөһим:
• уҡытыу методикаһын ҡарап сығыу;
• компьютерҙы дәрестең ҡайһы ваҡытында индереүҙе һәм уның эффектын, маҡсатын, мөмкинселектәрен билдәләү.
Галеева Зульфия
 
Сообщения: 15
Зарегистрирован: 06 ноя 2014, 11:07

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Галеева Зульфия » 08 ноя 2014, 05:53

Уҡыусылар дәрескә теләк менән килһен өсөн, унда һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ эш төрҙәре, төрлө алымдар ҡулланыу предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ. Теләп башҡарылған, күңелгә ятышлы эш кенә иҫтә ҡала, баланың һәләтен, аңын үҫтерә. Шуға күрә уҡытыусы яңы ысулдар, эш алымдары ҡулланғанда ғына балалар ҙа ижади фекер йөрөтә аласаҡ, үҙҙәрен “асыш яһаусы”, “уйлап табыусы” итеп тоясаҡ. Бына шунда инде беҙгә электрон дәреслектәр ярҙамға килә.
Галеева Зульфия
 
Сообщения: 15
Зарегистрирован: 06 ноя 2014, 11:07

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Галеева Зульфия » 08 ноя 2014, 06:02

Компьютер төрлө яҡлап контроль үткәреү мөмкинлеге бирә.
Тестар, диагностик эштәр , күсереү, изложение, инша яҙыу эштәре эшләп була.Компьютер уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен ойошторорға ярҙам итә.
Компьютерҙы дәрестә өс төрлө файҙаланып була:
1) демонстратив планда;
2) индивидуаль рәүештә ҡулланырға (компьютер кабинетында тест эшләү һ.б.);
3) интерактив таҡтаны файҙаланыу ( күнегеүҙәр эшләү).
Галеева Зульфия
 
Сообщения: 15
Зарегистрирован: 06 ноя 2014, 11:07

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Альфира Ахметшина » 08 ноя 2014, 07:19

Хәйерле көн, һабаҡташтар. Эшебеҙ теүлләнеп килә. Форум аша үҙебеҙҙең эшебеҙгә яңы бейеклектән байҡау яһаныҡ, фекерҙәр менән уртаҡлаштыҡ. Миңә бигерәк тә компьютер менән эшләүҙең ыңғай һәм тиҫкәре эҙемтәләре тураһында хәбәрҙәр оҡшаны. Башҡорт теле уҡытыусылары порталына сығып үҙемә кәрәкле нәмәләр таптым, коллегаларым менән уртаҡлаштым. Форумда йүнәлешле эшләү фекерҙәрҙе бер юсыҡҡа йүнәлтергә, үҙеңдең эшеңә тәнҡитле ҡараш ташларға форсат бирҙе. Ойоштороусыларға рәхмәт. Форумда ҡатнашыуыма шатмын. Эшегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ теләйем. Яңынан-яңы үрҙәргә үрләргә көс-ҡеүәт-дарман бирһен.
Альфира Ахметшина
 
Сообщения: 11
Зарегистрирован: 23 окт 2014, 08:58

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Наталья Абдуллина » 08 ноя 2014, 08:18

Электронный учебник позволяют реализовывать принципы дифференцированного и индивидуального подхода к обучению. С помощью электронного учебника можно наиболее эффективно проводить тренаж и проверку таких видов речевой деятельности как аудирование и чтение, а также формировать и развивать грамматические, лексические и звуко - произносительные навыки учащихся.
Наталья Абдуллина
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 06 ноя 2014, 10:42

Пред.След.

Вернуться в Использование Интернет-ресурсов в обучении башкирскому языку и другим родным языкам и литературам

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 0

cron