Использование возможностей электронного обучения

Модераторы: Ахат Ильмухаметов, Рахматуллина З.А., Sulejmanow R.F., Галиакберова А.Р., Хабибов Л.Г., admin_2017

Re: Использование возможностей электронного обучения

Сообщение Фаршатова Альфия А. » 05 окт 2018, 15:40

Электрон уҡытыуҙа электрон дәреслектәр ҙур урын алып тора.Башҡорт теленән,башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән электрон дәреслектәребеҙ бик күп.Уларҙағы күнегеүҙәрҙе төрлөсә ҡулланып була. Мәҫәлән, башланғыс кластарҙа Башҡортостан тураһында бирелгән күнегеүҙәрҙе 5-7-се кластарҙа башҡорт дәүләт теленән ҡулланам. Видеофильмдарҙы башланғыс кластарҙа ҡараһаҡ,5-7-се кластарҙа фильм буйынса һөйләм, текст төҙөйбөҙ. Урта баҫҡыста ,әсәйҙәр тураһында үткәндә, 3-сө класс дәреслегендә бирелгән шиғырҙарҙы ла ҡулланам. Ижади ҡуллана белһәк,әллә ниндәй ситтән материалдар әҙерләмәйенсә,был электрон дәреслектәр ярҙамында дәресебеҙҙе ҡыҙыҡлыраҡ итеп үткәреп була.
Фаршатова Альфия А.
 
Сообщения: 19
Зарегистрирован: 26 сен 2016, 06:29

Re: Использование возможностей электронного обучения

Сообщение Ласынова » 07 окт 2018, 17:08

Хәйерле кис, хөрмәтле коллегалар! Электрон белем биреүҙең бөтә мөмкинлектәре менән ҡулланыу алымдары тураһында танышып , үҙем өсөн яңылыҡтар ҙа астым. Дистанцион олимпиадалар "Шанс" исеме аҫтында беҙҙең мәктәптә байтаҡ йылдар уңышлы эшләп килә. Һис шикһеҙ, электрон белем биреү эште еңелләштерә.Ә минең һүҙем википедия тураһында булыр. Дәрескә әҙерләнгәндә, күп мәғлүмәтте беҙ википедиянан алабыҙ, уҡыусылар ҙа эҙләнеү эштәрендә йыш ҡына уға мөрәжәғәт итә. Унда материал байтаҡ, әлбиттә. Әммә ҡайһы бер мәҡәләләр тулы түгел, йә булмаһа, бөтөнләй булмауы ихтимал.Эште тап ошо юҫыҡҡа йүнәлтеп, ҡуяндың ике ҡойроғонан тоторға була. Беренсенән, уҡыусыны википедиянан мәғлүмәт алырға ғына түгел, ә үҙе лә шул мәғлүмәттәрҙе википедияға индереүсе булып ҡатнашырға тейеш. Һәр беребеҙ башҡорт википедияһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә алабыҙ. Ә уҡыусыларҙы был эшкә йәлеп итеү иң отошлоһо, улар эшләп кенә ҡалмай, кәрәкле мәғлүмәт-мәҡәлә өҫтөндә эшләп, үҙҙәренә лә, халыҡҡа ла файҙа килтерә. Әлбиттә, даими рәүештә түңәрәк ойоштороп эшләгәндә, уңайлыраҡ. Википедияны үҫтереү өҫтөндә уҡыусылар менән берлектә эшләү - бөгөн башҡорт телен, тарихын өйрәнеүҙә көнүҙәк мәсьәләнән бер ҙә кәм түгел.
Ласынова
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 01 окт 2018, 16:09

Re: Использование возможностей электронного обучения

Сообщение Габитова З.М. » 08 окт 2018, 11:03

Уважаемые коллеги!

Сотрудники кафедры башкирского и других родных языков и литератур ИРО РБ благодарит Вас за активное участие в Межрегиональной Интернет-конференции по теме: «Электронное обучение: опыт, проблемы и перспективы». Активные участники конференции могут получить сертификаты в каб 223.
С уважением,зав.кафедрой башкирского и других родных языков и литератур Института развития образования Республики Башкортостан З.М.Габитова
Габитова З.М.
 
Сообщения: 103
Зарегистрирован: 23 сен 2013, 17:11

Re: Использование возможностей электронного обучения

Сообщение Султанова » 08 окт 2018, 16:19

Электрон китапхана, электрон дәреслектәр...былар инде хәҙер ауыл уҡытыусыһына ла ят нәмә түгел. Мәктәбебеҙҙең интернет селтәренә тоташыуы ла, һәр кабинетта WI-FI-лы ноутбуктар булыуы ла күп мәғлүмәтле булырға ярҙам итә. Китапта булмаған ҡайһы бер нимәләрҙе уҡыусылар шунан табалар, эҙләнәләр, тикшеренәләр һәм һығымталар яһайҙар. Электрон дәреслектәрҙең уҡыусыларҙың танып-белеү активлығына, ныҡлы һәм тәрән белемле булыуҙарына ирешеүҙә әһәмиәте ҙур.
Султанова
 
Сообщения: 39
Зарегистрирован: 06 фев 2014, 11:21

Re: Использование возможностей электронного обучения

Сообщение Фаршатова Альфия А. » 08 окт 2018, 18:25

Һаумыһығыҙ,хөрмәтле коллегалар! Кубок Гагарина олимпиадаһы исемлегендә башҡорт теленең дә булыуын ҡыуанып ҡабул иттек. Шулай уҡ уҡыусыларға ошо сайттарҙа башҡорт теленән олимпиадалар үткәрелә : Кладезь знаний http://kladznanyi.ru/bash, Интеллектум http://intelekt-um.ru/, Глобус https://manage.mirglobus.ru/ Был олимпиадаларҙа ҡатнашыу уҡыусыларға үҙ белемдәрен баһалау өсөн, башҡорт теленә ата-әсәләрҙең ыңғай ҡарашын арттырыу өсөн бик ҙур ярҙам итәләр. Дистанцион рәүештә үткәрелгәс,ата-әсәләр менән берлектә лә эшләп килтерәләр.Кубок Гагарина олимпиадаһында ҡатнашайыҡ,коллегалар!
Фаршатова Альфия А.
 
Сообщения: 19
Зарегистрирован: 26 сен 2016, 06:29

Re: Использование возможностей электронного обучения

Сообщение admin » 09 окт 2018, 10:13

Уважаемые коллеги!
Участники Интернет-конференции «Электронное обучение: опыт, проблемы и перспективы» по желанию могут получить сертификаты об участии в ИРО РБ каб. №223. Стоимость оформления сертификата 100 руб.
Аватара пользователя
admin
Администратор
 
Сообщения: 754
Зарегистрирован: 11 мар 2013, 15:02

Пред.

Вернуться в Родные языки и литературы

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1

cron