Организация процесса обучения родному языку и литературе...

Модераторы: Ахат Ильмухаметов, Рахматуллина З.А., Sulejmanow R.F., Галиакберова А.Р., Хабибов Л.Г., admin_2017

Re: Организация процесса обучения родному языку и литературе

Сообщение Маликова Р.М. » 09 окт 2017, 08:29

Туған телгә ҡарата балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа, һөйөү тәрбиәләүҙә уҡытыусылар һис шикһеҙ ерле һөйләштәргә таяна. «Әлбиттә, күп милләтле мөхит шарттарында үҙ телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү еңелдән түгел. Балаларға рухи тәрбиә биреү бөгөнгө көндә көнүҙәк мәсьәләгә әйләнергә тейеш.Бала рухи яҡтан ныҡ, сәләмәт булырға тейеш. Балаға рухи көс, рухи сығанаҡтарҙы ҡайҙан алырға һуң?
Р.Аҙнағолов «Йәшлек»(№3,11 ғинуар,2001йыл) газетаһында баҫылып сыҡҡан «Башҡорт теле дәрестәрендә баланың милли аңын тәрбиәләү һәм үҫтереү алымдары» исемле мәҡәләһендә: «халҡыбыҙҙың рухи билдәләрен,рухи булмышын, рухи офоҡтарын, донъяуи ҡараштарын» һанап бирә һәм «шул ҡиммәттәр нигеҙендә балаға белем һәм тәрбиә биреү зарур тип билдәләй.
Маликова Р.М.
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 09 окт 2017, 06:48

Re: Организация процесса обучения родному языку и литературе

Сообщение Маликова Р.М. » 09 окт 2017, 08:43

Баланы үҙ милләтенең илаһи булмышына, рухи ныҡлығына, рухи даирәһенең ғәжәп киңлегенә, рухи офоҡтарының сикһеҙлегенә, аҡыл, уй, зиһен эшмәкәрлегенең иҫ киткес күп яҡлылығына, тәрәнлегенә рухи ҡиммәттәренең байлығына ғорурландырыу, һоҡландырыу мөһим. Милли ғорурлыҡ тәрбиәләү аша милли үҙаңды ҡуҙғатырға була.
Эйе,туған тел уҡытыусылары ҡулында –бала күңеленә милли үҙаң илтеүсе ептәр. Шуға ла был ептәр өҙөлмәһен өсөн балаларҙы үҙ әҙәп-әхлаҡ, йола, ғөрөф-ғәҙәт, йәшәү рәүеше ҡанундарына ярашлы тәрбиәләргә кәрәк. Мәктәп йылдарында, бала саҡта уҡ, үҙләштерелгән әсә теле бала күңеленә һеңә, үҙенең туған халҡы менән ғорурланыу, милли ҡараштар, милли үҙаң булдыра. Халҡыбыҙҙың йәш быуынын туған телебеҙ, халыҡ педагогикаһы, йолалар аша тәрбиәләгәндә генә рухи яҡтан сәләмәт булған милләтебеҙҙең киләсәген тәрбиәләй алырбыҙ.
Маликова Р.М.
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 09 окт 2017, 06:48

Re: Организация процесса обучения родному языку и литературе

Сообщение Саньяров Фанзиль » 09 окт 2017, 08:46

***
Ни мәғәнә дөрөҫ һүҙ әйтеүҙән,
Дөрөҫ һүҙең әгәр һуңлаһа.
(Рәми Ғарипов)


Ауыҙ асып, һүҙ әйтеүҙәр бөттө,
Үттеме әллә 90 баштары.
Әллә хәҙер халыҡ урынына
Һөйләйме тик илдең баштары?
Һүҙ әйтерҙәй мәрҙәс ирҙәр ҡайҙа,
Ҡәүем башы –
Ҡоролтай ник һүҙһеҙ?
Тамуҡ ғазаптары күрә телем,
Хәлкәйҙәре, беләм, түҙгеһеҙ.
Әйткән фекер,
Йыйған хатнамәләр
Бер хәбәрһеҙ ҡайҙа юғала?
Мәскәү беҙҙән тап шуларҙы көттө,
Көткәндер, тим, бәлки Дума ла.
Ваҡытында һәм урынлы итеп,
Һүҙ әйтерҙәй ирҙәр ҡайҙа һеҙ?
Яу баҫылғас, дөңгөр ҡағыуҙары
Ниҙәр әйтмә, бары бер файҙаһыҙ.
9. 10. 2017
Саньяров Фанзиль
 
Сообщения: 30
Зарегистрирован: 26 сен 2016, 06:22

Re: Организация процесса обучения родному языку и литературе

Сообщение Маликова Р.М. » 09 окт 2017, 08:54

«Башҡорттарҙың этнопедагогик ҡараштары халыҡ ижадында, ауыҙ-тел әҙәбиәтендә, боронғо һәм урта быуаттарҙағы әҙәби-тарихи йөкмәткеле яҙмаларҙа, бөгөнгө нәфис әҙәбиәттә сағылыш тапҡан»- тигән юлдарҙы Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев «Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә халыҡ педагогикаһы элементтары»исемле мәҡәләһендә яҙа.Әҙәиәт дәрестәрендә мәҡәл-әйтемдәр, йомаҡтар, көләмәстәр кеүек афористик жанрҙарға, әкиәт, легенда-риүәйәт, эпос, ҡобайырҙары менән танышҡан ваҡытта һис шикһеҙ халҡыбыҙҙың педагогикаһы менән бәйләмәйенсә ойоштороу мөмкин түгел.Шулай уҡ сәсәндәр, йырауҙар ижадын өйрәнгәндә лә шәхес, тыуған ергә мөхәббәт тойғолары тәрбиәләү зарур.
Маликова Р.М.
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 09 окт 2017, 06:48

Re: Организация процесса обучения родному языку и литературе

Сообщение Фаршатова А.А. » 09 окт 2017, 08:55

Saniya писал(а):Рус мәктәбендә башҡорт телен өйрәтеү өсөн дәрестә һүҙлек эшенә күп ваҡыт бүлергә тура килә. Һәр һүҙҙе руссанан башҡортсаға, башҡортсанан руссаға тәржемә итеп, уның мәғәнәһен һүрәттәр, сюжетлы картиналар, уйындар ярҙамында аңлатҡанда, ул уҡыусының хәтерендә яҡшыраҡ һаҡлана. Икенсе кластан башлап һүҙлек дәфтәрҙәрен алып барыу, яңы һүҙҙәрҙе яҙыу, ятлатыу ҙа уҡыусыларға телде өйрәгәнеүҙә ярҙам булып тора. Текстың йөкмәткеһен аңлау өсөн, әлбиттә, рус телле мәктәптә төрлө һүҙлектәр менән эшләү мотлаҡ. Мәҫәлән, уҡыусыларҙы аңлатмалы, русса-башҡортса, башҡортса-русса, синонимдар, антонимдар, фразеолгик берәмектәр, орфография һәм электрон һүҙлектәр менән эшләргә өйрәтергә була. Уҡытыусы һүҙлек менән эшләүҙең төрлө алымдарын ҡуллана ала. Мәҫәлән, теге йәки был һүҙгә синонимдар, антонимдар табыу, йә тап килгән фразологик берәмекте билдәләү.

Сәғәттәр һанының кәмеүе сәбәпле, мин һүҙлек дәфтәренә телмәрҙә бик һирәк ҡулланылған һүҙҙәрҙе генә яҙырға ҡушам,ә башҡа һүҙлек өсөн бирелгән һүҙҙәр менән һөйләмдәр уйлайбыҙ,ошо темаға ярашлы диалог,бәләкәй текст төҙөйбәҙ. Башланғыс кластарҙа һүҙлек дәфтәрҙәренә яңы һүҙҙәр яҙыу ваҡытты күп ала,аралашыу өсөн ваҡыт әҙерәк ҡала, тип уйлайым мин. Заманаға яраҡлашып,тағы ла шул сәғәттәр һаны ҡыҫҡартылыу сәбәпле,урта кластарҙа ла дәреслектәге һүҙҙәрҙе яңынан күсереп яҙыу кәрәк түгелдер тип уйлайым.
Фаршатова А.А.
 
Сообщения: 10
Зарегистрирован: 26 сен 2017, 14:51

Re: Организация процесса обучения родному языку и литературе

Сообщение Габитова З.М. » 09 окт 2017, 09:22

Хөрмәтле туған тел уҡытыусылары! Интернет-педсоветта актив ҡатнашыусы уҡытыусыларға Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректораты һәм кафедра хеҙмәткәрҙәре исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Һеҙҙең һәр докладығыҙ, сығыштарығыҙ бик йөкмәткеле булды , бөгөнгө көнүҙәк темаларҙы яҡтыртты. Туған тел уҡытыусылары һәр ваҡыт алғы рәттә, яңылыҡҡа ынтылыусы педагогтар булыуығыҙҙы Интернет-педсоветта тағы ла бер тапҡыр раҫланығыҙ. Форумда ҡатнашыусыларға 17 сентябрҙән сертификаттар тапшырыла башлай. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләп, Зәкиә Муллағәле ҡыҙы.
Габитова З.М.
 
Сообщения: 103
Зарегистрирован: 23 сен 2013, 17:11

Re: Организация процесса обучения родному языку и литературе

Сообщение Галеева. Зульфия.И. » 09 окт 2017, 15:30

Бөгөн уҡытыусы, ижади шәхес булараҡ, күп уҡырға, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге яңылыктар менән таныш булырға ғына түгел, ә яңы педагогик технологияларҙың иң кәрәклеһен һайлап алып, үҙләштереп эшләй белергә лә тейеш. Шуның өсөн дә уҡытыусы үҙе интернет селтәрен оҫта файҙаланырға тейеш.
Галеева. Зульфия.И.
 
Сообщения: 10
Зарегистрирован: 09 окт 2017, 02:48

Re: Организация процесса обучения родному языку и литературе

Сообщение Галеева. Зульфия.И. » 09 окт 2017, 15:37

Заманса технологиялар, интернет-ресурстар файҙаланып белем биреү түбәндәге мөһим бурыстарҙы үтәргә ярҙам итә: уҡыусыла телгә ҡыҙыҡһыныу уята; уның танып белеү активлығын үҫтерә; уҡыусыларҙың ижади мөмкинлектәрен камиллаштыра; белемде тәрәнәйтә, милли рух тәрбиәләй.
Галеева. Зульфия.И.
 
Сообщения: 10
Зарегистрирован: 09 окт 2017, 02:48

Re: Организация процесса обучения родному языку и литературе

Сообщение Нияз » 09 окт 2017, 16:48

Фаршатова А.А. писал(а):
Saniya писал(а):Рус мәктәбендә башҡорт телен өйрәтеү өсөн дәрестә һүҙлек эшенә күп ваҡыт бүлергә тура килә. Һәр һүҙҙе руссанан башҡортсаға, башҡортсанан руссаға тәржемә итеп, уның мәғәнәһен һүрәттәр, сюжетлы картиналар, уйындар ярҙамында аңлатҡанда, ул уҡыусының хәтерендә яҡшыраҡ һаҡлана. Икенсе кластан башлап һүҙлек дәфтәрҙәрен алып барыу, яңы һүҙҙәрҙе яҙыу, ятлатыу ҙа уҡыусыларға телде өйрәгәнеүҙә ярҙам булып тора. Текстың йөкмәткеһен аңлау өсөн, әлбиттә, рус телле мәктәптә төрлө һүҙлектәр менән эшләү мотлаҡ. Мәҫәлән, уҡыусыларҙы аңлатмалы, русса-башҡортса, башҡортса-русса, синонимдар, антонимдар, фразеолгик берәмектәр, орфография һәм электрон һүҙлектәр менән эшләргә өйрәтергә була. Уҡытыусы һүҙлек менән эшләүҙең төрлө алымдарын ҡуллана ала. Мәҫәлән, теге йәки был һүҙгә синонимдар, антонимдар табыу, йә тап килгән фразологик берәмекте билдәләү.

Сәғәттәр һанының кәмеүе сәбәпле, мин һүҙлек дәфтәренә телмәрҙә бик һирәк ҡулланылған һүҙҙәрҙе генә яҙырға ҡушам,ә башҡа һүҙлек өсөн бирелгән һүҙҙәр менән һөйләмдәр уйлайбыҙ,ошо темаға ярашлы диалог,бәләкәй текст төҙөйбәҙ. Башланғыс кластарҙа һүҙлек дәфтәрҙәренә яңы һүҙҙәр яҙыу ваҡытты күп ала,аралашыу өсөн ваҡыт әҙерәк ҡала, тип уйлайым мин. Заманаға яраҡлашып,тағы ла шул сәғәттәр һаны ҡыҫҡартылыу сәбәпле,урта кластарҙа ла дәреслектәге һүҙҙәрҙе яңынан күсереп яҙыу кәрәк түгелдер тип уйлайым.

Һеҙҙең менән килешәм! Ысынлап та, русса белем биргән мәктәптә аҙнаһына 1 сәғәтбик аҙ. Быға бер ай уҡыу дауамынада инандыҡ инде. Шуға күрә лә, дәреслектән һүҙҙәрҙе күсереп яҙҙырып ятлатыу урынына диалог,һүҙбәйләнештәр, бәләкәй текстар яҙыу кеүек эш төрҙәрен ҡулланыу урынлы һымаҡ. Ижади эшләгәндә генә беҙ теләгән маҡсатыбыҙға ирешербеҙ,хөрмәтле коллегалар! Киләсәктә лә әүҙем булайыҡ. Һәммәгеҙгә сәләмәтлек, ижади үрҙәр,ғаилә именлеге теләйем! Форумда,ысынлап та, фәһемле мәсьәләләр күтәрелә, ойоштороусыларға,беҙҙең остаздарыбыҙға ҙур рәхмәт! Етеп килгән Республика көнө - оло байрам менән ҡотлайым!
Нияз
 
Сообщения: 43
Зарегистрирован: 02 окт 2015, 05:52

Re: Организация процесса обучения родному языку и литературе

Сообщение admin_2017 » 09 окт 2017, 18:02

Уважаемые коллеги!
Выражаем глубокую признательность за активное участие в работе Интернет-педсовета!
admin_2017
 
Сообщения: 16
Зарегистрирован: 24 сен 2017, 17:03

Пред.

Вернуться в Родные языки и литературы

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1

cron