Преподавание родных языков в условиях ...

Модераторы: Ахат Ильмухаметов, Sulejmanow R.F., Хабибов Л.Г.

Re: Преподавание родных языков в условиях ...

Сообщение Ибрагимова Г А » 12 окт 2015, 07:27

Халҡыбыҙҙың моңо аша дәүләт теле статусына эйә буған телебеҙгә һөйөү уятам. Рустар әйткәнсә, «Язык не навязать», әммә телде бәйләү өҫтөндә эшләмәйем, үҙ миҫалымда рус, татар әҙәбиәтенә мөрәжәғәт итеп, шиғырҙарын ятлап, һөйләп күрһәтеп, күп тел белеү, туғандаш телдәрҙе өйрәнеү кешене байытыуын ғына аңлатам. Рус, татар, башҡорт телендә баҫтырылған журнал, гәзит сайттарына инеп шиғырҙар уҡыйбыҙ. Беҙҙең мәктәптә, русса әйткәндә " всегда доступ в интернет". Бик ҡулайлы.
Ибрагимова Г А
 
Сообщения: 4
Зарегистрирован: 12 окт 2015, 06:00

Re: Преподавание родных языков в условиях ...

Сообщение ishbulatovamshh » 12 окт 2015, 07:45

Һуңғы йылдарҙа уҡыусыларҙың уҡыу тиҙлеге, шымалығы кәмей бара һәм яҙма эштәрҙә хәрефтәрҙе яңылышыу күбәйә. Сәбәбе һәр кемгә билдәле. Шуға мин ике нәмәгә иғтибарҙы арттырҙым: грамоталы диктант (яҙма эштәр) яҙыу, дөрөҫ, шыма уҡыуҙы булдырыу.
ishbulatovamshh
 
Сообщения: 2
Зарегистрирован: 11 окт 2015, 13:31

Re: Преподавание родных языков в условиях ...

Сообщение Крупская Наталья » 12 окт 2015, 11:08

Я сама русская. Всю жизнь прожила в республике Башкортостан. Когда я училась у нас башкирский язык в республике не изучался. Закончив школу я жалела,что не изучала башкирский язык. Когда мой ребенок пошел в школу башкирский язык начали изучить как обязательный предмет. Я радовалась этому факту, она будет разговаривать, ну хотя бы понимать по-башкирски. Она учится в 6 классе - знаний по башкирскому языку нет. Узнала, что даже учебник по башкирскому языку не прошел стандартизации. Надеюсь, что изучение башкирского языка все таки достигнет высокого уровня изучения.
Крупская Наталья
 
Сообщения: 15
Зарегистрирован: 05 окт 2015, 10:15

Re: Преподавание родных языков в условиях ...

Сообщение Гөлфиә » 12 окт 2015, 11:21

Филюзя Харрасова писал(а):В.А. Сухомлинский: “Дәрес – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон,”- тигән. Шул осҡондо тоҡандырыу, балала телде ҡыҙыҡһыныу, теләк менән өйрәнеү өсөн уҡытыусыға һәр дәресендә ғәжәпләнеү , һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ заманса технологиялар, уҡытыу методтары ҡулланырға тура килә.

Мин һеҙҙең һүҙҙәрегеҙ менән килешәм. Хәҙерге көндә заманса технологиялар ҡулланмайынса булмай. Уҡыусыларҙа туған тел һәм әҙәбиәтен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа актив, интерактив, проблемалы уҡытыу һ.б. технологиялар ярҙамға килә.
Дәрестә теманы асыҡлауҙа: проблемалы һорауҙар ҡуйыу, ребус сисеү, һүрәт, таблица йәки текст менән эшләү методтары ҡулланыла. ,Мәҫәлән,
Дәрестең темаһын асыҡлар өсөн ошо шиғыр юлдарын уҡып китәйек.
Беҙ оҙаҡ йылдар буйынса тир түгеп,
Тештәрҙе ҡырып, ҡан ҡойоп, бил бөгөп,
Еңеүҙең гүзәл ағасын үҫтерҙек,
Үлә яҙҙыҡ, тик үлемде үлтерҙек;
Һеҙ “ниндәй байлыҡ була?” тигән һорауға яуаптар яҙып, килергә тейеш инегеҙ. Ә ошо һеҙ әйтеп сыҡҡан байлыҡтар ҡайҙа һаҡлана?
Ә был нимә? Эйе, был һандыҡ. Борон-борондан беҙҙең халыҡ байлығын һандыҡта һаҡлаған.
Һандыҡта ниндәй байлыҡтар һаҡлана ?
Гөлфиә
 
Сообщения: 13
Зарегистрирован: 05 фев 2014, 15:51

Re: Преподавание родных языков в условиях ...

Сообщение Гөлфиә » 12 окт 2015, 11:57

Дәрестә инновацион технологияларҙы ҡулланыуы отошло. Мәҫәлән,
"һаулыҡ һорашыу" уйыны. Бөтәһелә бер түңәрәккә баҫалар һәм һәр береһе менән төрлө телдәрҙә һаулыҡ һорашалар.
- Был уйындың файҙаһы нимәлә? Ни өсөн башҡарылды? һорауҙары бирелә.
Теманы асыҡлау: һаулыҡ һорашҡанда ниндәй өндәр әйтелде? Кисә ниндәй көн булды?
( Таҡтаға әйтелгән һүҙҙәр яҙыла)
Яуаптар- башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, "Белем көнө" байрамы.
Гөлфиә
 
Сообщения: 13
Зарегистрирован: 05 фев 2014, 15:51

Re: Преподавание родных языков в условиях ...

Сообщение Гөлфиә » 12 окт 2015, 12:53

Тема: Тыуған илем-Башҡортостан. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр
-"Беҙ ҡайҙа?" һорауына "мейе штурмы" уйынын башҡарайыҡ. Бының өсөн һеҙ таҡтаға сығып үҙегеҙҙең уйлаған яуаптарығыҙҙы яҙығыҙ.
(Класта, мәктәптә, Алексеевкала, Өфө районы, Башҡортостанда.)
-Ошо һүҙҙәрҙән дәрестең әҙәби темаһы ниндәй була?
был алым балаларҙа логик фекерләргә, белем кимәлен арттырырға, уны байытыуҙа эшләргә кәрәклеген аңларға ярҙам итә.
"Башҡортостан" тураһында фильм күрһәтелә. Уҡыусыларға шул фильмдан дәфтәргә уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр яҙып сығырға тәҡдим ителә.

Тема: Белем көнө. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.
Йомғаҡлау , рефлексия
Ресторан методы: уҡытыусы уҡыусыларға бөгөнгө көндө улар ресторанда үткәргән тип күҙ алдына килтерергә һәм түбәндәге һорауҙарға яуап бирергә һорай.
Мин тағы ла … ашар инем.
Миңә … ныҡ оҡшаны
Мин … һеңдерә яҙҙым(үҙләштерҙем)
Мин… артығын ашанызинһар, тағы ла … өҫтәгеҙ.
Гөлфиә
 
Сообщения: 13
Зарегистрирован: 05 фев 2014, 15:51

Re: Преподавание родных языков в условиях ...

Сообщение leisan83 » 12 окт 2015, 12:55

телмәр үҫтереү өсөн төрлө саралар ҡулланабыҙ компьютер, теле-аудио саралар, уҡытыусының һөйләүе һ.б. Ә уҡыусыларға бигерәк тә электрон дәреслектәге күнегеүҙәр оҡшай. улар диктор артынан илһамланып китеп һүҙ һәм һүҙбәйләнештәрҙе ҡабатлайҙар, диалогтарҙа ҡатнашалар. Үҙҙәре лә уларға оҡшатып текстар төҙөргә тырышалар. электрон дәреслектәр менән эшләү уҡыусыларыма ла, миңә лә бик оҡшай.
leisan83
 
Сообщения: 10
Зарегистрирован: 03 окт 2015, 17:14

Re: Преподавание родных языков в условиях ...

Сообщение Миляуша Кильдибекова » 12 окт 2015, 13:26

8 октябрҙә Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында туған телдәр буйынса методистарҙың "Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарын тормошҡа ашырыу шарттарында уҡытыусының һөнәри оҫталығын камиллаштырыу факторы булараҡ методик эшмәкәрлек" тема буйынса семинар -кәңәшмә бик юғары кимәлдә үтте. Миңә лә ошо семинарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге булды. Семинарҙа сәйәсәт фәндәре кандидаты, БР МҮИ ректоры Р.Ғ.Мәжитов, дәреслек авторҙары - З.М.Ғәбитова, М.Б. Юлмөхәмәтов, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире С.Ғ. Кәримов, БР Мәғлүмәтте эшкәртеү региональ үҙәге директоры Р.Ф.Рямов сығыш яһаны. Бар алынған мәғлүмәт киләсәктә ярҙам итәсәк.Шулай уҡ шиғриәт минуттары ла ситтә ҡалманы. БР МҮИ өлкән уҡытыусыһы Сөләймәнов Р.Ф.улы үҙенең ижад емештәре менән таныштырҙы.
Практик өлөштә Өфө ҡалаһының 24-се мәктәбе татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, "Татар теле йыл уҡытыусыһы-2015" конкурсы лауреаты Раянова Зәбирә Харис ҡыҙы оҫталыҡ класы күрһәтте, үҙ эше менән таныштырҙы. Ғәбитова Зәкиә Муллағәли ҡыҙы нисек эш программаһын эшкәртеү буйынса үҙенең кәңәштәрен практикала күрһәтте. Семинарҙарҙы ойоштороусыларға ҙур рәхмәтемде белдерәм, уңыштар теләйем. Бындай семинарҙарҙы йышыраҡ ойошторорға кәрәк тип уйлайым, шулай уҡ район методик берекмәһе етәкселәрен дә саҡырһағыҙ тағы ла яҡшыраҡ булыр ине тигән фекерҙә ҡалам.
Миляуша Кильдибекова
 
Сообщения: 8
Зарегистрирован: 11 фев 2015, 11:18

Re: Преподавание родных языков в условиях ...

Сообщение ajgul.karabaeva » 12 окт 2015, 13:38

Һаумыһығыҙ,хөрмәтле коллегалар!
Мине лә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең кәмеүе борсой.
2-се класта башҡорт теле (внеурочная деятельность- 2ч) һәм әҙәбиәтенә аҙнаһына бер сәғәт кенә бүленгән. Ошо бирелгән ваҡыт эсендә беҙ ҡала мөхитендә тыуып үҫкән балаға башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белем биреп кенә ҡалмайынса, ә уларға ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Беҙгә был маҡсатҡа ирешеүебеҙгә заманса уҡытыу саралары, информацион технологиялар ҙур ғына өлөш индерә. Был технологиялар эсендәге ҙур мөмкинлектәр уҡыусыны, бигерәк тә башланғыс класс балаһын, телгә һәм әҙәбиәткә ҡыҙыҡһындырыу өсөн бик тә уңайлы.
ajgul.karabaeva
 
Сообщения: 7
Зарегистрирован: 08 окт 2015, 17:11

Re: Преподавание родных языков в условиях ...

Сообщение хисаметдинова » 12 окт 2015, 13:52

Күп осраҡта уҡытыусылар семинарында, курстарҙа тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында сығыш яһағанда "мин быны күптән ҡулланам, бары тик нисек аталғанын ғына белмәгәнмен икән, йәки был яңылыҡ буламы- беҙгә күптән таныш ул тигән" фекерҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Ысынлап та, беҙҙең тырыш уҡытыусылар һәр йәһәттән дәресен ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәреү маҡсатында төрлө формалар уйлап сығара, алымдар ҡуллана, эш төрҙәре формалаштыра. Асыҡ дәрестәрҙе ҡарау, төрлө конференцияларҙа, түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашыу һәм һуңғы йылдарҙа методик эшкәртмәләрҙе тикшергәндә туплаған тәжрибәмдән сығып шуны әйтәм: үҙебеҙҙең арала ла яңылыҡҡа ынтылыусы уҡытыусылар бихисап. Ә алда әйтеп үтелгән фекер дәрестәргә материалдар әҙерләп, дәфтәр тикшереп үҙ белемеңде камллаштырырға ваҡыт ҡалмағандан барлыҡҡа киләлер тип уйлайым. Йышыраҡ ошондай форумдарҙа, интернет-педсоветтарҙа ҡатнашайыҡ. Был һөйләшеүебеҙҙә мин әллә күпме фәһемле мәғлүмәттәргә эйә булдым. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!
хисаметдинова
 
Сообщения: 16
Зарегистрирован: 23 сен 2013, 15:42

Пред.След.

Вернуться в Преподавание родных языков в условиях инновационного развития системы образования

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1

cron