ajgul.karabaeva » 12 окт 2015, 19:53
II быуын Федераль дәүләт дөйөм белем биреү стандарттарының приоритетлы йүнәлеше булып дөйөм урта белем биреүҙең үҫтереүсе потенциалын тормошҡа ашырыу, актуаль бурысы булып уҡыусыларҙа дүрт блоктан торған (шәхси, регулятив, танып белеү, коммуникатив) универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу тора. Үҙүҫешкә һәм үҙкамиллашыуға һәләтле эшмәкәр шәхес тәрбиәләү төп (үҙәк), дөйөм предмет һәм предмет компетенцияларын формалаштырыу аша тормошҡа ашырыла. Был юғары маҡсат һәм бурыстарҙы бойомға ашырыуҙа уҡыусыларҙың эшмәкәрлек нисбәтенә бәйле уҡыу-уҡытыу методтарының урынын, ролен билдәләйек.
Яңы белем биреү стандарттарына ярашлы төҙөлгән башҡорт теленән инвариант (мотлаҡ) “Төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалары” балаларҙы шәхес булараҡ үҫтереү һәм уҡыу-уҡытыуға эшмәкәрекле ҡараш формалаштырыу принциптарына нигеҙләнгән йөкмәткенән тора:
1) коммуникатив компетенцияны тәьмин итеүсе йөкмәтке;
2) тел һәм лингвистик компетенцияларҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке;
3) мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке.
Шуға ярашлы программа материалы түбәндәге бүлектәрҙе үҙ эсенә ала: телмәр-аралашыу күнекмәләрен формалаштырыуға йүнәлдерелгән бүлектәр; тел төҙөлөшөн һәм тел берәмектәренең үҙенсәлектәрен сағылдырыусы бүлектәр; тел һәм мәҙәниәт тураһында мәғлүмәт биреүгә йүнәлдерелгән бүлектәр. Программа аҙағында сығарылыш уҡыусыларының “Башҡорт (туған) теле” предметын үҙләштереүенән көтөлгән шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре билдәләнгән.
Туған телде уҡыу-уҡытыуҙа компетентлыҡлы һәм эшмәкәрлекле ҡарашты реалләштереү, балаларҙы шәхес булараҡ үҫтереү һәм программала билдәләнгән һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн дәрестәрҙә уҡыусыларҙың әүҙем эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе актив һәм интерактив методтарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк.
Илебеҙ мәктәптәрендә актив һәм интерактив методтар үткән быуаттың 20-се йылдарында ҡулланыла (проектлау, лаборатор-бригада методы, практика, хеҙмәт экскурсиялары һ. б.). ХХ быуаттың 60-сы йылдарында был методтар В. А. Сухомлинскийҙың, 70-80-се йылдарҙа “хеҙмәттәшлек педагогикаһы” авторҙары Ш. А. Амонашвили, В. Ф. Шаталов, С. Н. Лысенкова һәм башҡаларҙың хеҙмәттәрендә сағылыш таба.
Нимә була һуң ул пассив, актив һәм интерактив методтар?
Актив һәм интерактив методтар пассив методҡа ҡаршы ҡуйыла. Уҡытыусы дәрестә пассив метод менән эш иткәндә, үҙе әүҙем эшләй, ә уҡыусылар уҡытыу объекты була һәм уҡытыусы биргән әҙер информацияны ҡабул итеп кенә ултыра. Актив метод ҡулланғанда, исемдәре үк әйтеп тороуынса, уҡыусылар дәрестә әүҙем ҡатнаша, уҡыусылар һәм уҡытыусы араһында эшлекле аралашыу ойошторола. Бындай осраҡтарҙа уҡыусылар уҡыу-уҡытыу субъекты булараҡ сығыш яһай. Интерактив метод ҡулланыу процесында уҡыусылар уҡытыусы менән дә, үҙ-ара ла хеҙмәттәшлек итә, дәрестә әүҙем эшмәкәр булараҡ ҡатнаша.
Актив метод төрлө ижади күнегеү һәм эштәр башҡарыу, уҡытыусы менән диалогҡа инә белеү, уҡыусыларҙың уҡытыусыға, уҡытыусының уҡыусыларға һорауы кеүек дәресте йәнле үткәреү мөмкинлеге биргән эш формаларын үҙ эсенә ала. Бындай дәрестәрҙә уҡытыусы менән уҡыусыларҙың аралашыу стиле демократик формала була.
Уҡыу-уҡытыуҙа интерактив метод – ул уҡыусыларҙың танып белеү һәм коммуникатив эшмәкәрлектәрен ойоштороуҙа үҙенсәлекле үҙ-ара йоғонто яһау, тәьҫир итешеү формаһы.
Был метод буйынса дәрес үткәргәндә, уҡыусыларҙың танып белеү процесына ылыҡтырыуы, йәлеп ителеүе һөҙөмтәһендә, улар уҡытыусы менән генә түгел, үҙ-ара ла актив хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеген ала.
Уҡытыусы бындай дәрестәрҙә әҙер белем бирмәй, ә уҡыусыларҙа үҙ аллы эҙләнеү-өйрәнеүгә ынтылыш уятыусы, дәрескә маҡсат һәм уҡыу мәсьәләһен ҡуйырға ярҙам итеүсе, уҡыу эшмәкәрлегенә тейешле йүнәлеш биреүсе, ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу юлдарын табыуҙа ярҙам итеүсе, инициатива өсөн шарттар тыуҙырыусы консультант-координатор ролен үтәй. Уның төп эше – һәр дәрес өсөн уҡыусыларға үҙ аллы белем алыу мөмкинлеген биреүсе интерактив күнегеү һәм биремдәр йыйылмаһын әҙерләү. Шуныһы мөһим: интерактив метод ҡулланылып үткәрелгән дәрестәрҙә күнегеү һәм биремдәр үтелгәнде нығытыу һәм тикшереү маҡсатында ғына түгел, ә яңы белем алыу өсөн ҡулланыла.
Интерактив формала уҡыу-уҡытыуҙың төп маҡсаты – уҡыусыларҙа үҙ-үҙҙәренә ышаныс, интеллектуаль үҙаллылыҡ өсөн комфорт шарттар тыуҙырыу аша уҡыу-уҡытыу процесын уңышлы итеү, үҙ аллы белем алырға өйрәтеү. Әлбиттә, бындай дәрестәрҙе әҙерләү һәм үткәреү еңелдән түгел, әммә юғары һөҙөмтәләр биреүен иҫәпкә алғанда, уҡытыусы хеҙмәте тулыһынса үҙен аҡлай.
Интерактив методтың иң эффектив алымы булып микротөркөмдәрҙә һәм төркөмдәрҙә эш иҫәпләнә, сөнки тап ошо алым туған тел дәрестәрендә коммуникатив компетентлыҡ формалаштырырға ярҙам итә. Микротөркөмдәрҙә һәм төркөмдәрҙә эш бөтә уҡыусыларҙы, шул иҫәптән йомоҡ, оялсан балаларҙы ла, коллектив эшкә йәлеп итеү мөмкинлеге бирә. Төркөмдә эшләү барышында уҡыусылар хеҙмәттәшлек итеү күнекмәләренә, шәхес-ара аралашыу оҫталығына эйә була. Мәҫәлән, коллектив эшмәкәрлек барышында балалар бер-береһен тыңларға, ишетергә һәм аңларға, уртаҡ фекергә килергә, килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙы бергәләп хәл итергә өйрәнә.
Бәләкәй төркөмдәрҙә эш күп ваҡытты ала. Шуға ла был эш төрө өсөн уҡыусылар еңеп сыға алырлыҡ материал һайлап алына.
Төркөмдәрҙә эш уҡыусыларҙан да күпмелер әҙерлек талап итә. Төркөмдәрҙә эшкә өйрәтеү өсөн башта эште парҙарҙа ойоштороу маҡсатҡа ярашлы. Әкренләп ике партала ултырған дүрт уҡыусынан торған микротөркөмдәрҙә эшкә күсергә мөмкин. Методистар төркөмдәргә мөмкинлеге төрлөсә булған уҡыусыларҙы берләштерергә тәҡдим итә. Был осраҡта уҡыусыларҙың төрлө фекер әйтеүе, материалды төрлө яҡлап анализлауы өсөн уңайлы шарттар булдырыла.
Эшкә тотоноу алдынан аныҡ инструкция биреү, эш алгоритмын интератив таҡтаға яҙыу йәки карточкаларҙа һәр уҡыусы алдына һалыу эште ойошҡан алып барырға ярҙам итә.
Ошо талаптарға таянып мин эшемде алып барам.