Преподавание родных языков в условиях ...

Модераторы: Ахат Ильмухаметов, Sulejmanow R.F., Хабибов Л.Г.

Re: Преподавание родных языков в условиях ...

Сообщение Габитова З.М. » 13 окт 2015, 04:12

Уважаемые коллеги! Благодарим Вас за активное участие в Интернет-педсовете. Мы, приглашаем Вас, участвовать и на наших курсовых мероприятиях, семинарах, круглых столах и т.д.
Кафедрой башкирского и других родных языков и литератур ИРО РБ проводятся курсы повышения квалификации и профессиональной переподготовки педагогических работников РБ. Кафедра ведет три категории педагогических работников. Это учителя башкирского языка и литературы, учителя татарского языка и литературы и учителя родных языков и литератур. Повышение квалификации осуществляется в очной, дистанционной форме в соответствии с план-проспектами. По модульной, модульно-накопительной форме. Также – по заявкам органов управления образованием районов и городов с выездом в районы. Для педагогов, не имеющих специального образования по башкирскому языку, на базе уже имеющегося высшего образования, открыты курсы профессиональной переподготовки по специальности «Башкирский язык и литература». Выдается диплом, дающий право профессиональной деятельности в области филологии.
Кафедрой ежемесячно проводятся семинары, видеосеминары или круглые столы по актуальным проблемам преподавания родных языков. Приглашаем Вас.
Габитова З.М.
 
Сообщения: 103
Зарегистрирован: 23 сен 2013, 17:11

Re: Преподавание родных языков в условиях ...

Сообщение Ахат Ильмухаметов » 13 окт 2015, 08:14

АЛСууу писала. Һеҙҙең фекерегеҙ менән тулыһынса килешәм. Һеҙгә һорауым да бар. Башҡорт теленән дәреслектәр үҙгәреш кисерерме икән?[/quote]
В ответ АЛСууу.

Һәр яңы дәреслек, әлбиттә, үҙенсә яңылыҡ индерә. Ә алтернатив дәреслектәр өсөн конкурс һәр ваҡыт асыҡ! Һеҙ ҙә үҙ вариантығыҙҙы тәҡдим итә алаһығыҙ.
Ахат Ильмухаметов
 
Сообщения: 426
Зарегистрирован: 27 сен 2013, 07:26

Re: Преподавание родных языков в условиях ...

Сообщение Нияз » 13 окт 2015, 12:39

Ахат Ильмухаметов писал(а):
Ибрагимова Г А писал(а):Хөрмәтле коллегалар! Рус мәктәптәрендә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен беҙ бик йыш ҡына урыҫ теле аша аңлатабыҙ. Кем дә кем рус телле мәктәптә эшләй, әлбиттә һеҙгә был күренеш таныш. Беҙ һеҙҙең менән бик ҙур,йөкмәткеле эш башҡарабыҙ. Башҡорт теленә өйрәтәбеҙ, ә урыҫ телен һәр дәрестә ҡабатлап,нығытып барабыҙ. Мәҫәлән, морфология темаһын аңлата башлаһаң, ҡайһы ваҡыт" наречие"ны ла белмәй ултыралар,һорауҙарын башта русса аңлатып,миҫалдар килтереп, ә инде һуңынан ғына башҡортса тәржемәһенә, рәүешкә күсәбеҙ. Рус теле уҡытыусылары беҙгә берәй ваҡыт" спасибо" һүҙен еткерерҙәрме икән?!

Урыҫ теле уҡытыусылары әйтмәһә лә, уҡыусыларыбыҙ "Спасибо!" әйтерҙәр ҙә ул бер заман... Урыҫ телендә! Тик башҡорт телен өйрәткән өсөн түгел, урыҫ телен нығытҡан өсөн башҡорт теле дәрестәрендә... "Рәхмәт!" урынына. Уҡыусыларҙың, башҡорт телен нисәмә йылдар уҡып та, башҡорт телен белмәүҙәре, минеңсә, тап бына ошо башҡорт теле дәрестәрендә урыҫ телен ҡабатлап ултырыуҙан килә лә инде! Беренсе кластан башҡорт теле дәрестәрендә тик башҡортса (мөмкин тиклем күберәк булһа ла) һөйләшкәндә генә "аралашыу даирәһе" булдырылып, балалар башҡортса һөйләшергә өйрәнә түгелме икән? Юғиһә, етенсе йыл уҡыған уҡыусыларға дәрескә инеп "Һаумыһығыҙ!"-"Здравствуйте!" тип һаулыҡ һорашҡандарын ишеткән бар. Бер үк башҡорт һүҙен көн дә ҡулланып, көн дә артынан русса тәржемәләп барһаҡ, уҡыусыларға был һүҙҙең башҡортса мәғәнәһен аңлау кәрәкме икән? Мотивация бармы?

Һеҙҙең менән килешәм,Әхәт Ғәлимович! Ысынлап та, уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле дәресендә күп кенә уҡытыусылар күберәген русса йә иһә тәржемәһен шунда уҡ әйтеп, һөйләйҙәр. Шуның өсөн дә бөгөн башҡорт телен 7-се йыл өйрәнгән балалар араһында телде белеүселәр, беҙҙең предметҡа ҡыҙыҡһыныу белдергәндәре аҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Шуға күрә беҙгә, башҡорт теле уҡытыусыларына, дәрестәрҙә таҙа итеп, саф башҡортса һөйләшеп, матур телмәр өлгөһөн дә ишеттереп, дәреслектәрҙән бер аҙ айырылып, ҡыҙыҡтырып дәрес бирһәк, күберәк уҡыусыларыбыҙҙың киләсәктә ауыҙ тултырып рәхмәт әйтеүҙәренә иманым камил!
Нияз
 
Сообщения: 43
Зарегистрирован: 02 окт 2015, 05:52

Re: Преподавание родных языков в условиях ...

Сообщение Нияз » 13 окт 2015, 12:59

ajgul.karabaeva писал(а):Һаумыһығыҙ,хөрмәтле коллегалар!
Мине лә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең кәмеүе борсой.
2-се класта башҡорт теле (внеурочная деятельность- 2ч) һәм әҙәбиәтенә аҙнаһына бер сәғәт кенә бүленгән. Ошо бирелгән ваҡыт эсендә беҙ ҡала мөхитендә тыуып үҫкән балаға башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белем биреп кенә ҡалмайынса, ә уларға ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Беҙгә был маҡсатҡа ирешеүебеҙгә заманса уҡытыу саралары, информацион технологиялар ҙур ғына өлөш индерә. Был технологиялар эсендәге ҙур мөмкинлектәр уҡыусыны, бигерәк тә башланғыс класс балаһын, телгә һәм әҙәбиәткә ҡыҙыҡһындырыу өсөн бик тә уңайлы.

Ысынлап та, сәғәттәребеҙ кәмегәндә, "внеурочная деятельность" тигән исем аҫтында балаларға белем бирергә, туған телебеҙгә, тыуған илебеҙгә һөйөү уятырға тырышабыҙ. Беҙгә бирелгән ошо ваҡыт эсендә булһа ла, бөтөн булған һәләтебеҙҙе,белемебеҙҙе, көсөбөҙҙө һалып эшләйек, дуҫтар! Бәлки, яҡты киләсәктә дәрестәребеҙ һаны кире артыр, балаларға үҙ белемебеҙҙе биреп, төрлө сараларҙа тағы ла әүҙемерәк,рәхәтләнеп ҡатнашыр ваҡыттар булыр әле, алла бирһа! Ошо форумды ойоштороусыларға, туған телдәр кафедраһына тынғыһыҙ эштәрендә ижади уңыштар теләйем! Телебеҙ һағында уяу торорға, ел-дауылдарға бирешмәй, көс-ҡеүәтте бына ошондай аралашыуҙарҙан алырға насип булһын,тип, ҙур рәхмәттәремде еткерәм! Бик фәһемле аралашыу, фекер алышыу барҙы. Йәш уҡытыусыларға ғына түгел, оло быуын, бер ни тиклем тәжрибә туплаған коллегаларыма ла был аралашыу файҙаға ғына булғандыр,тимен. Киләсәктә лә йышыраҡ осрашып торайыҡ,дуҫтар! Именлек-һаулыҡ теләйем барығыҙға ла! Гөлмирә Бикбулатова,Туймазы ҡалаһы 6-сы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Нияз
 
Сообщения: 43
Зарегистрирован: 02 окт 2015, 05:52

Re: Преподавание родных языков в условиях ...

Сообщение Зульфия.Г. » 13 окт 2015, 15:41

Мультимедиа технологияһы баланың дөйөм үҫешенә ыңғай йоғонто яһай: уҡыусыларҙың компьютер менөн эшләү күнекмәләре нығына, ул күп яҡлы информацияға эйә була, һөйләү телмәре үҫә ,телде өйрәнеүгә ынтылышы үҫә.
Зульфия.Г.
 
Сообщения: 7
Зарегистрирован: 04 окт 2015, 08:37

Re: Преподавание родных языков в условиях ...

Сообщение Зульфия.Г. » 13 окт 2015, 15:43

Уҡыу эшмәкәрлеген төркөмдәрҙә ойоштороу – уҡыусыларҙың бер-береһенә ярҙамлашыуын әүҙемләштереү маҡсатында булдырылған система. Бергәләп эшләү ваҡытында төркөмдә лидер барлыҡҡа килә, ул үҙләштерелгән материалды иптәштәренә аңлата, уҡытыусы ҡуйған һорауға яуап әҙерләүҙе ойоштора.
Зульфия.Г.
 
Сообщения: 7
Зарегистрирован: 04 окт 2015, 08:37

Re: Преподавание родных языков в условиях ...

Сообщение Зульфия.Г. » 13 окт 2015, 15:46

Бөгөн уҡыусылар үҙ аллы фекер йөрөтөргә, күп төрлө мәғлүмәти сығанаҡтар менән эш итә белергә тейеш, был –заман талабы. Дәрестә тәнҡитле фекерләү технологияһының алымдарын ҡулланыу уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтерә,үҙаллылыҡ тәрбиәләй, иң мөһиме-бала дөрөҫ һорау ҡуйырға һәм уға яуап бирергә өйрәнә.
Зульфия.Г.
 
Сообщения: 7
Зарегистрирован: 04 окт 2015, 08:37

Re: Преподавание родных языков в условиях ...

Сообщение admin » 14 окт 2015, 06:38

Уважаемые коллеги!
Выражаем глубокую признательность за активное участие в работе Интернет педсовета!
Аватара пользователя
admin
Администратор
 
Сообщения: 754
Зарегистрирован: 11 мар 2013, 15:02

Re: Преподавание родных языков в условиях ...

Сообщение admin » 14 окт 2015, 09:44

Уважаемые коллеги!
Выражаем глубокую признательность за активное участие в работе Интернет педсовета!
Аватара пользователя
admin
Администратор
 
Сообщения: 754
Зарегистрирован: 11 мар 2013, 15:02

Пред.

Вернуться в Преподавание родных языков в условиях инновационного развития системы образования

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1

cron