Использование современных образовательных...

Модераторы: Ахат Ильмухаметов, Рахматуллина З.А., Sulejmanow R.F., Галиакберова А.Р.

Re: Использование современных образовательных...

Сообщение Sulejmanow R.F. » 16 фев 2015, 08:42

Башҡорт теленең машина фонды грамматик, лексикографик базаларҙан, ҡулъяҙма һәм иҫке баҫма китаптар каталогынан тора. Лексикографик базала тупланған дөйөм ике телле, терминологик, йышлыҡ, белешмә-һүҙлектәр дәрестәрҙә һүҙлек эшен төрләндерергә булышлыҡ итә.
Sulejmanow R.F.
 
Сообщения: 190
Зарегистрирован: 02 окт 2013, 03:47

Re: Использование современных образовательных...

Сообщение Sulejmanow R.F. » 16 фев 2015, 08:43

Традицион булмаған дәрестәр араһында дәрес-сәйәхәт формаһын уҡытыусылар йыш ҡуллана. Дәрестең был формаһын үҙгәртеп,виртуаль сәйәхәт ойошторорға була. Виртуаль сәйәхәт материалын ҡулланыу танып белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштерә.Мәҫәлән, мәшһүр Шүлгәнташ мәмерйәһе буйлап үткәрелгән виртуаль турҙа уҡыусылар мәмерйәнең туристар өсөн ябыҡ булған залдарын да ҡарай аласаҡтар. Виртуаль Башҡортостан сайтында республикабыҙҙың гүзәл мөйөштәренә заман селтәрен ҡулланып, сәйәхәт ҡылыу мөмкинселеге тәҡдим ителгән. Башҡорт халҡының бай этнографик материалы менән уҡыусыларҙы Өфө этнологик тикшеренеүҙәр институтының Архелогия һәм этнография музейы виртуаль рәүештә таныштыра ала. Мәҫәлән, 6-сы класта беҙ уҡыусылар менән Бөйөк Ватан һуғышы, унда Башҡортостанда төҙөлгән хәрби частарҙың, 112-се Башҡорт атлы дивизияһының ҡатнашыуы, Советтар Союзы геройҙары тураһында фекер алышабыҙ. Я.Хамматовтың, Ж.Кейекбаевтың, Ә.Бикчәнтәевтың әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыуҙы Республика Хәрби дан музейының залдарын виртуаль рәүештә ҡарау менән аралаштырып алып барыу әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштерергә, шул осор менән таныштырырға, илһөйәрлек рухы тәрбиәләргә ярҙам итә.
Sulejmanow R.F.
 
Сообщения: 190
Зарегистрирован: 02 окт 2013, 03:47

Re: Использование современных образовательных...

Сообщение Sulejmanow R.F. » 16 фев 2015, 08:44

Дәрестәрҙә уҡытыусылар күргәҙмә материалға ла ҙур урын бүлә. Интернет-ресурстар ярҙамында күргәҙмәлелекте замансалаштырырға мөмкин. Мәҫәлән, Д.Юлтыйҙың “Ҡарағол” драмаһында, Һ.Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романында башҡорт тирмәһен һүрәтләү күренештәре бар. Шул саҡта башҡорт тирмәһенең эсен панорамалы итеп күрһәтеү уҡыусыға ла ҡыҙыҡлы булыр ине һәм уҡытыусының да эшен еңеләйтәсәк. Сөнки кабинетта әҙер макет булмаған осраҡта, ә яңы эш башлаған йәш уҡытыусыларҙың ундай мөмкинселектәре юҡ әлбиттә, ошо алым ҙур ярҙам буласаҡ.Панорамалы һүрәт – ул үҙәктә торған күҙәтеүсегә үҙен уратып алған тирә-яҡ тураһында максималь рәүештә күргәҙмә мәғлүмәт биреү.360gu.RU сферик панорамалар сайты ярҙамында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен мауыҡтырырлыҡ итеп үткәреү һәр уҡытыусының ҡулынан килә торған эш.
Sulejmanow R.F.
 
Сообщения: 190
Зарегистрирован: 02 окт 2013, 03:47

Re: Использование современных образовательных...

Сообщение Sulejmanow R.F. » 16 фев 2015, 08:46

Хәҙерге көндә аудиоматериалдарға әллә ни ҡытлыҡ кисермәйбеҙ. Кәрәк булған йырҙы, көйҙө Интернет селтәренән бик тиҙ эҙләп табырға мөмкин. Ә бына халыҡ йырҙарының яҙмалары, уларҙың тарихы, йырҙарға бағышланған “Хазина” тапшырыуынан өҙөктәрҙең тупланмаһы Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар берекмәһе сайтында урынлашҡан.
Sulejmanow R.F.
 
Сообщения: 190
Зарегистрирован: 02 окт 2013, 03:47

Re: Использование современных образовательных...

Сообщение Sulejmanow R.F. » 16 фев 2015, 08:46

Теле-, радиотапшырыуҙарҙы он-лайн режимында ла ҡарау отошло буласаҡ. Бының өсөн Башҡортостан спутник телевидениеһының, “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” радиоларының сайттарына инергә кәрәк.
Sulejmanow R.F.
 
Сообщения: 190
Зарегистрирован: 02 окт 2013, 03:47

Re: Использование современных образовательных...

Сообщение Sulejmanow R.F. » 16 фев 2015, 08:47

Тыуған яҡтың әҙәби мираҫын өйрәнеүҙә Башҡортостан Республикаһының әҙәби картаһы сайтының өлөшө һис шикһеҙ ҙур. Был интернет-ресурс башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының исем-фамилиялары, тыуған урындары, уларҙың тормош юлы буйынса мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала. Башҡортостан райондарының иҫтәлекле урындары буйынса ла материал тупланған.
Sulejmanow R.F.
 
Сообщения: 190
Зарегистрирован: 02 окт 2013, 03:47

Re: Использование современных образовательных...

Сообщение Sulejmanow R.F. » 16 фев 2015, 08:49

Шулай итеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә Интернет мөмкинселектәрен грамоталы, дөрөҫ һәм урынлы файҙаланыу түбәндәге маҡсаттарҙы бойомға ашырырға ярҙам итә:
- уҡыусыларҙың танып белеү әүҙемлеген үҫтереү,
- уҡытыу сифатын яҡшыртыу,
- дәрестә күргәҙмәлелекте төрләндереү,
- уҡыусыларҙың предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуын арттырыу,
- башҡорт халҡының телмәр үҙенсәлектәрен, традицияларын, мәҙәниәтен өйрәтеү,
- системалы рәүештә “йәнле” материалды ҡулланыу нигеҙендә уҡыусыларҙың уҡыуға мотивацияһын булдырыу,
- башҡорт сайттарын пропагандалау.
Sulejmanow R.F.
 
Сообщения: 190
Зарегистрирован: 02 окт 2013, 03:47

Re: Использование современных образовательных...

Сообщение Ахат Ильмухаметов » 16 фев 2015, 08:51

ucoz.ru порталында ла төҙөлгән сайттарҙа уҡытыусының һәм уҡыусыларҙың ҡаҙаныштарын, өҫтәмә уҡыу материалын урынлаштырырға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, Фазулова Гөлнара Әлзәм ҡыҙының сайты - быға асыҡ миҫал. http://alsamovna.ucoz.ru/index/0-2
Ахат Ильмухаметов
 
Сообщения: 426
Зарегистрирован: 27 сен 2013, 07:26

Re: Использование современных образовательных...

Сообщение Sulejmanow R.F. » 16 фев 2015, 08:54

Компьютер технологияларының өҫтөнлөгө – күргәҙмәлелек, мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеш ( текст, төшөрөлгән графика, слайдтар, реалистик һүрәттәр), стереотауыш (музыка, төрлө тауыштар), анимация (хәрәкәтсән һүрәттәр, видео) берлегендә бирелеүе. Технологияның принцыбы – компьютерҙа, Интернет селтәрендә айырым бер программа менән эшләү генә түгел, ә мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереү өсөн бер нисә программа ҡулланыу. Уларға яңы техник саралар ҙа, уҡытыуҙың яңы формалары һәм методтары ла, уҡытыу процесына яңыса ҡараш индерә.
Sulejmanow R.F.
 
Сообщения: 190
Зарегистрирован: 02 окт 2013, 03:47

Re: Использование современных образовательных...

Сообщение Sulejmanow R.F. » 16 фев 2015, 08:55

Компьютер ярҙамында башҡорт теле дәрестәрендә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була: лексиканы өйрәнеү (компьютер һүҙлектәр файҙаланыу), дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә эш ( башҡорт теле дәреслектәрен, тауыш яҙыу программаларын файҙаланыу); орфографик күнегеүҙәр (орфографик һүҙлекте һәм компьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу); грамматик күренештәрҙе үҙләштереү (тестар ярҙамында); эҙләнеү процесында яңы мәғлүмәттәр алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, һөйләмдәр һәм текстар төҙөү, редакторлау) һ.б.
Sulejmanow R.F.
 
Сообщения: 190
Зарегистрирован: 02 окт 2013, 03:47

Пред.След.

Вернуться в Использование современных образовательных технологий на уроках родного языка и литературы

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1

cron