Использование современных образовательных...

Модераторы: Ахат Ильмухаметов, Рахматуллина З.А., Sulejmanow R.F., Галиакберова А.Р.

Re: Использование современных образовательных...

Сообщение Хамитова » 16 фев 2015, 08:26

Уҡыусылар дәрескә теләк менән килһен өсөн, унда һоҡланыу, үҙе ирешкән “асыш” һөҙөмтәһе менән ҡәнәғәтләнеү тойғолары уятырлыҡ эш төрҙәре, төрлө алымдар ҡулланыу предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ. Теләп башҡарылған, күңелгә ятышлы эш кенә иҫтә ҡала, баланың һәләтен, аңын үҫтерә. Әгәр материалды үҙләштереү ауыр, ялҡытҡыс, бер төрлө икән, уҡыусының күңеле һыуына, активлығы ла кәмей һәм телде өйрәнергә булған теләге бөтөнләй һүнергә мөмкин. Шуға күрә уҡытыусы яңы ысулдар, эш алымдары ҡулланғанда ғына балалар ҙа ижади фекер йөрөтә аласаҡ, үҙҙәрен “асыш яһаусы”, “уйлап табыусы” итеп тоясаҡ.Был осракта ярҙамға электрон дәреслектәр ярҙамға килә.
Хамитова
 
Сообщения: 29
Зарегистрирован: 28 янв 2014, 08:59

Re: Использование современных образовательных...

Сообщение Sulejmanow R.F. » 16 фев 2015, 08:26

Мультимедиа чаралары белән эшләү дәрес формаларын төрләндерү мөмкинчелеге бирә һәм аны дәреснең төрле этапларында кулланырга була.
-проблемалы ситуация тудыру өчен;
-яңа материалны аңлату өчен;
-өй эшен тикшерү өчен;
-дәрес барышында белемнәрен тикшерү өчен.
Sulejmanow R.F.
 
Сообщения: 190
Зарегистрирован: 02 окт 2013, 03:47

Re: Использование современных образовательных...

Сообщение Sulejmanow R.F. » 16 фев 2015, 08:27

Инновацион алымнар куллану гына укытучының ителлектуаль үсүенә ярдәм итә. Ул аны яңа белемнәр, яңа мәгълүматлар эзләүгә этәрә һәм аларны укыту-тәрбия эшчәнлегендә тормышка ашырырга булыша. Шулай итеп инновацион эшләү педагогның информацион культурасы үсүенең төп чыганагына әверелә. Ә ул үз чиратында үзбелемнең үсүенә һәм инновацион процессларның тизләнүенә сәбәпче була.
Sulejmanow R.F.
 
Сообщения: 190
Зарегистрирован: 02 окт 2013, 03:47

Re: Использование современных образовательных...

Сообщение Саньяров » 16 фев 2015, 08:33

Электрон белем биреү - заман талабы. Шуға күрә уны башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең һәр этабында уйлап, эффектлы файҙаланыу зарур.


Шулай ҙа мин, ниндәй генә заманса ИКТ технологиялары ҡулланылмаһын, Уҡытыусы(эйе, ҙур хәреф менән) үҙ амплуаһында ҡала тип уйлайым.


ИКТ һәм электрон белем биреү системаһы һәр баланың, һәр мәктәптең эшмәкәрлеге ул. Эш дәфтәрҙәре, дәреслектәр, хатта көндәлектәр ошо йүнәлештә булғанда, был технология тик яҡлау таба. Ысынмы - бушмы, хәҙерге бала 70 -80 % белемде үҙаллы таба, тиҙәр. Тимәк, беҙгә баланы электрон пространствоға дөрөҫ йүнәлтә белеү мөһим.
Саньяров
 
Сообщения: 12
Зарегистрирован: 25 сен 2014, 09:40

Re: Использование современных образовательных...

Сообщение Г.Куватова.Д » 16 фев 2015, 08:34

Уҡытыу-һөнәр ҙә, профессия ла түгел, ә йәшәү рәүеше, тиҙәр педагогтар. тәрән мәғәнәле был һүҙҙәр уҡытыусы эшмәкәрлегенең асылын характерлай. Уҡытыуҙың өйрәтеүсе, тәрбиәләүсе һәм үҫтереүсе функцияларының үҙ-ара бәйләнешенә өлгәшеүгә уҡытыусының профессиональ оҫталығынан тыш, уның юғары шәхси сифаттары ла мөһим шарт булып тора.
Г.Куватова.Д
 
Сообщения: 14
Зарегистрирован: 13 фев 2015, 06:50

Re: Использование современных образовательных...

Сообщение Sulejmanow R.F. » 16 фев 2015, 08:36

Уҡытыусы дәрестәрҙә ҡулланасаҡ Интернет-ресурстарҙы һайлап алыуға бик яуаплы ҡарарға тейеш. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу процесында Интернет селтәренең мөмкинселектәре менән файҙаланырға теләгән уҡытыусылар өсөн түбәндәге сайттарҙы тәҡдим итер инем : 1. Йөкмәткеле мәғлүмәт сығанағы булараҡ Башҡорт Википедияһы Интернет-ресурстар араһында лайыҡлы урын биләп тора. Ундағы мәғлүмәтте һәр кем бушлай ҡуллана һәм ирекле рәүештә тарата ала, шулай уҡ һәр кеше уны тулыландырыу, камиллаштырыу мөмкинлегенә эйә. Уҡыусылар өсөн Башҡорт Википедияһы - теге йәки был темаға сығыш, проект әҙерләгәндә яҡшы терәк.
Sulejmanow R.F.
 
Сообщения: 190
Зарегистрирован: 02 окт 2013, 03:47

Re: Использование современных образовательных...

Сообщение Sulejmanow R.F. » 16 фев 2015, 08:37

Башҡорт Википедияһының бер бүлеге булараҡ Викимедия башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре теҙмәһен тәҡдим итә. Эҙләү системаһы бик уңайлы итеп төҙөлгән, мәҡәлдәр алфавит тәртибендә бирелгән, айырым һүҙ буйынса эҙләргә була.
Sulejmanow R.F.
 
Сообщения: 190
Зарегистрирован: 02 окт 2013, 03:47

Re: Использование современных образовательных...

Сообщение Ахат Ильмухаметов » 16 фев 2015, 08:37

Бөгөнгө көндә уҡытыусының эш тәжрибәһен уртаҡлашыу мөмкинлектәрен шәхси сайттар күпкә киңәйтте. Мәҫәлән,Социальная сеть работников
образования nsportal.ru http://nsportal.ru/ порталында сайт булдырыу мөмкинлеген файҙаланып күптәр үҙ эш тәжрибәһен донъяға тарата ла инде. Бында дәрес эшкәртмәләре, эш программаларын, дәрестә ҡулланылған өҫтәмә материалдарҙы урынлаштырып була.
Ахат Ильмухаметов
 
Сообщения: 426
Зарегистрирован: 27 сен 2013, 07:26

Re: Использование современных образовательных...

Сообщение Sulejmanow R.F. » 16 фев 2015, 08:41

Компьютер филологияһы лабораторияһының сайтында билдәле тел белгестәре хеҙмәттәренең электрон варианттарыурынлаштырылған. Мәҫәлән, уҡыусылар күренекле ғалим Марат Вәли улы Зәйнуллиндың “Хәҙерге башҡорт теле. Морфология” хеҙмәтенең, йә булмаһа Гөлназ Иҫәнғолованың “Башҡорт теленең күнегеүҙәр йыйынтығы”ның электрон варианттарыменән таныша алалар. Йыйынтыҡта бирелгән эштәрҙе ҡабаттан баҫып тороу кәрәклеге юҡ, күсермәһен эшләп, таратма дидактик материал әҙерләргә мөмкин.
Sulejmanow R.F.
 
Сообщения: 190
Зарегистрирован: 02 окт 2013, 03:47

Re: Использование современных образовательных...

Сообщение Ахат Ильмухаметов » 16 фев 2015, 08:41

Социальная сеть работников образования nsportal.ru http://nsportal.ru/ порталында сайт булдырыу мөмкинлеген файҙаланып бөгөн күп уҡытыусылар дистанцион белем биреү технологияһын да үҙләштерә. Сайтта ауырыу һәм башҡа сәбәптәр менән мәктәпкә килә алмаған балалар өсөн яңы тема материалдарын, белемдәрҙе тикшереү өсөн контроль-үлсәү материалдарын да ҡуйырға мөмкин.
Ахат Ильмухаметов
 
Сообщения: 426
Зарегистрирован: 27 сен 2013, 07:26

Пред.След.

Вернуться в Использование современных образовательных технологий на уроках родного языка и литературы

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1

cron