Файзерахманова » 07 ноя 2014, 18:26
Инновацион технология йөкмәткеһен асыуҙа эшсәнлек, ирек, шәхес,өйрәнеүсенең теләктәре, ҡыҙыҡһыныу һәм башҡа шундай төшөнсәләр файҙаланыла.
Без, тел уҡытыусылары, бары тик яҡшы әҙерлекле уҡытыусы ғына белем биреүҙе юғары дәрәжәлә алып барырға, уҡыусыларҙа тыңлап аңлау,һөйләү, уҡыу, яҙыу өлкәһендә ныҡлы белем һәм күнекмәләр булдырырға сәләтле икәнлеген аңлайбыҙ.
Шулай итеп, инновацион технология төп максаты итеп уҡыусының белем алу эшсәнлеген әүҙемләштереүҙе күҙ уңында тота тип әйтеү дөрөҫтөр.