Уважаемые учителя родных языков!

Модераторы: Ахат Ильмухаметов, Sulejmanow R.F., Галиакберова А.Р.

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Гадиева Ильуся » 07 ноя 2014, 18:44

Чтобы сделать урок эффективным, недостаточно словесных и наглядных методов, которые широко используются в школе. Источниками повышения эффективности урока должны являться: интерес к учению, самостоятельная работа учащихся, умелое использование технических оборудований, сотрудничество учителя и учащихся на уроке, своевременный активный отдых на уроке, необходим и интересный материал, устранение формализма в подходе к новой теме.
Гадиева Ильуся
 
Сообщения: 34
Зарегистрирован: 22 окт 2014, 16:12

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Галеева Зульфия » 08 ноя 2014, 05:57

Компьютер ярҙамында башҡорт теле дәрестәрендә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була: лексиканы өйрәнеү (компьютер һүҙлектәр файҙаланыу), дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә эш ( башҡорт теле дәреслектәрен, тауыш яҙыу программаларын файҙаланыу); орфографик күнегеүҙәр (орфографик һүҙлекте һәм компьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу); грамматик күренештәрҙе үҙләштереү (тестар ярҙамында ).
Галеева Зульфия
 
Сообщения: 15
Зарегистрирован: 06 ноя 2014, 11:07

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Галеева Зульфия » 08 ноя 2014, 08:32

При работе с электронным учебником у обучающихся формируются умения самостоятельно обучаться, приобретать знания, осуществлять самоконтроль, развиваться и оценивать себя в данной образовательной области. Это является важным в самоопределении и подготовки учащихся к будущей профессиональной деятельности.
Галеева Зульфия
 
Сообщения: 15
Зарегистрирован: 06 ноя 2014, 11:07

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Галеева Зульфия » 08 ноя 2014, 08:34

Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә компьютерҙы ҡулланыу түбәндәге эш төрҙәрен үҙ эсенә ала: яңы материал аңлатҡанда, компьютер ярҙамында күп мәғлүмәт бирергә, төрлө фото, портреттар, картиналар, һүрәттәр, күргәҙмә әсбаптар,( яҙыусылар, шағирҙар, тураһында фоторәсемдәр, видиофильмдар, видеороликтар күрһәтеү, әҙиптәр үҙе уҡыған шиғырҙарҙы тыңлатыу, биографияларына ҡағылышлы видеоматериалдарҙы күрһәтеү, сәнғәтле уҡыу күнекмәләре булдырыу, әҙәби әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән спектакль- кинофильмдарҙан өҙөктәр күрһәтеү), уҡылған әҫәр буйынса ижади эштәр башҡарыу компьютер презентациялары әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, ҙур класта йәнһүрәттәр, видеофильмдар төшөрөргә мөмкин.
Галеева Зульфия
 
Сообщения: 15
Зарегистрирован: 06 ноя 2014, 11:07

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Галеева Зульфия » 08 ноя 2014, 08:41

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен һөҙөмтәле, сифатлы уҡытыуҙың нигеҙендә уҡыусыларҙың дәрескә теләк менән килеүе, туған телгә ҡыҙыҡһыныуы ята. Теләп башҡарылған, күңелгә ятышлы эш кенә иҫтә ҡала, баланың һәләтен, аңын үҫтерә, дәрестә уларҙың әүҙем эшмәкәрлегенә алып килә. Шуның өсөн уҡыусыларҙа белем алыуға ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу тойғоһо уятыу алымдарын ҡулланыу мотлаҡ. Беренсеһен үтәү өсөн уҡытыусыға уҡыусыларҙың логик фекерләүен, эҙләнеү һәләтен үҫтереү буйынса системалы эш төрҙәрен файҙаланырға кәрәк. Бында күргәҙмәлектең, техник сараларҙың әһәмиәте ҙур. Электрон дәреслектәр, һүҙлектәр, презентациялар, слайдтар ҡулланыу уҡыусыларҙың белемен, телмәрен байыҡтыра, дәресте төрләндерә.
Галеева Зульфия
 
Сообщения: 15
Зарегистрирован: 06 ноя 2014, 11:07

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Гульмира Ямиловна » 08 ноя 2014, 09:24

Тел... Өс кенә хәрефтән торған ҡыҫҡа ғына һүҙ. Ә ошо һүҙҙә күпме мәғәнә, көс ята! Тел - быуаттар буйына тупланған рухи хазина, ата-бабаларыбыҙҙан быуындан быуынға күсә килгән изге аманат.Уның ярҙамында беҙ аралашабыҙ, уй-хистәребеҙ менән бүлешәбеҙ. Бына ошо гүзәл телебеҙҙең һағында, беҙ, башҡорт теле уҡытыусылары торабыҙ. Ә ниндәй ул бөгөнгө башҡорт теле уҡытыусыһы? Ул бөгөнгө талаптарға яуап бирәме? Мин ошо һорауҙарға яуап табырға теләйем. Иң беренсе,минеңсә, уҡытыусы үҙе туған телен һөйөргә,уның өсөн утҡа-һыуға инергә, теле өсөн ҡалҡандай торорлоҡ шәхес булырға тейеш.Ә уҡыусыһын ғәмһеҙлектән,хуш күңеллелектән, вайымһыҙлыҡтен (!) арындырырға, ҡыҙыҡтырырға, яндырырға,ҡабыҙырға бурыслы.Ә кемделер ҡабыҙыр өсөн, үҙеңә осҡон (!) булыу мотлаҡ! Икенсе яҡтан ҡарағанда, уҡыусыларҙы элекке кеүек әҫәрләнеп шиғырҙар, хикәйәләр уҡып ҡына ҡыҙыҡтырып булмай хәҙер.Быны һәр кем белә,аңлай.Сөнки заман башҡа - заң башҡа. Бының өсөн беҙгә бер генә юл ҡала, уҡыусыларҙы үҙгәртә алмайбыҙ икән,үҙебеҙгә үҙгәрергә, үҫергә,камиллашырға,яңынан-яңы технологияларҙы үҙләштерергә.Элекке ваҡыттағы кеүек ,йә әрләп,йә маҡтап,оялтып ҡына замана балаларын тәрбиәләп булмай.Сөнки беҙ уҡытыусы ғына түгел, тәрбиәсе лә.Үҙебеҙҙең эшебеҙ,ҡылығыбыҙ,тормошобоҙ менән өлгө булырға тейешбеҙ. Уҡыусыларыбыҙ беҙҙең арттан эйәрһен өсөн, әйтеп үткәнемсә,үҙ фәнебеҙҙән генә түгел,ә тормоштоң бар яғынан да алға киткән, ысын мәғәнәһендәге юғары квалификациялы белгес булырға тейеш бөгөнгө башҡорт теле уҡытыусыһы. "Беҙ -йәш быуынды тәрбиәләүсе ижад кешеһе",-тигәйне И.Шарапов бер мәҡәләһендә. Бөгөнгө уҡытыусы ижади яҡтан да һәләтле, үҫешкән булырға тейеш. Ижади эшләп кенә беҙ уҡыусыларҙы ла ижади эшмәкәрлеккә,үҙ аллы фекер йөрөтөргә, үҙ ҡарашын яҡларға,үҙ һүҙен әйтергә өйрәтә аласаҡбыҙ. "Ижад" һүҙе артында күп мәғәнә ята, әлбиттә.Әммә һәр уҡытыусы үҙе теләгән юлды һайларға тейеш. Яңы технологиялар, компьютер,интерактив таҡталар менән генә түгел, әле һаман дәреслек менән эшләү кимәле түбән ҡайһы бер уҡытыусыларҙың.Ә бөгөнгө заман уҡыусыһына беҙ йүнәлеш бирергә,ярҙам күрһәтергә,уға яҡын дуҫ булырға бурыслыбыҙ.Уҡыусыны тәрбиәләүҙә беҙгә ата-әсәләр ҙә ярҙам итергә тейеш, һөйләшеп,кәңәшләшеп эшләгән эш һис ҡасан да тарҡалмаҫ!Бында инде ,ғөрөф-ғәҙәт,йолалар һис шикһеҙ нигеҙ булып тора. Өлкән быуын авторитеты ғаилә ныҡлығына туранан-тура йоғонто яһай. Өлкәндәргә хөрмәт менән ҡарауҙа халыҡ аҡылы,халыҡ традициялары, ғөрөф-ғәҙәттәренең ҡеүәтле көсө тора. Бына шуның менән беҙ көслө бөгөн!Тимәк, хөрмәтле коллегалар, телем, илем тип янып ошо предметты уҡытыуға тотонғанбыҙ икән, ярған бураҙнабыҙҙан ситкә тайпылмай, арымай-талмай, ата-бабаларыбыҙ рухына тап төшөрмәй, зауыҡлы,белемле, мәрхәмәтле балалар тәрбиәләүебеҙҙе дауам итәйек. Телебеҙ йәшәһә,илебеҙ йәшәр,илебеҙ булһа, беҙ ҙә бар булырбыҙ. Киләсәгебеҙ яҡты, юлдарыбыҙ тигеҙ, халҡыбыҙ имен генә булһын!
Гульмира Ямиловна
 
Сообщения: 18
Зарегистрирован: 06 ноя 2014, 17:01

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Нугуманова Гузалия » 08 ноя 2014, 10:16

Татар теленнән электрон дәреслекләр юк. Бәлки алар бардыр да, ләкин безгә (Башкортстанга ) әлегә килеп җитмәделәр. Бәлки кемдер кайдан алырга киңәш бирер ?
Нугуманова Гузалия
 
Сообщения: 7
Зарегистрирован: 23 окт 2014, 16:50

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Сахибгареева » 08 ноя 2014, 12:26

Но все же хочу сказать, что компьютер не может заменить учителя, его живую речь,поэтому ИКТ необходимо использовать в комплексе с имеющимися в распоряжении учителя другими методическими средствами.
Современный педагог обязательно должен научиться работать с новыми средствами обучения хотя бы для того, чтобы обеспечить одно из главнейших прав ученика - право на качественное образование. И мы не должны забывать ,что современный учитель должен стремится вперед, должен осваивать все новое и с успехом применять в практике своей работы. Желаю всем своим коллегам творческих успехов в работе.
Сахибгареева
 
Сообщения: 29
Зарегистрирован: 06 ноя 2014, 17:05

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Ралюза Габпасова » 08 ноя 2014, 14:35

Рус мәктәптәре өсөн сығарылған электрон дәреслектәр дәрестә балаларҙың белемен, һүҙ байлығын арттырыуға, дөрөҫ һөйләү күнекмәләрен булдырыуға ярҙам итә. Уларҙы яңы һүҙҙәр үткәндә лә, тикшереү йәки ҡабатлауҙар ойошторғанда ла ҡулланыу уңайлы.
Ралюза Габпасова
 
Сообщения: 34
Зарегистрирован: 04 окт 2014, 18:03
Откуда: г.Нефтекамск

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Ралюза Габпасова » 08 ноя 2014, 14:37

3-сө класс миҫалында ҡайһы бер эш төрҙәрен ҡарап китәйек.
Мәҫәлән, Йыл миҙгелдәре бүлеге.
Электрон дәреслек дәрес темаһына ярашлы видеояҙма күрһәтеү, аудиояҙма тыңлатыу, йә кәрәк ваҡытта һүҙлекте асып ҡарау мөмкинлеге бирә. Яуаптарҙы уҡыусыларға асып күрһәтергә һәм тикшертергә була.
Ралюза Габпасова
 
Сообщения: 34
Зарегистрирован: 04 окт 2014, 18:03
Откуда: г.Нефтекамск

Пред.След.

Вернуться в Опыт использования электронных учебников на уроках родного языка и литературы

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1

cron