Уважаемые учителя родных языков!

Модераторы: Ахат Ильмухаметов, Sulejmanow R.F., Галиакберова А.Р.

Хөрмәтле уҡытыусылар!

Сообщение Глуса Нурисламова » 09 ноя 2014, 11:58

Башҡорт теле дәрестәрен артикуляцион күнегеүһеҙ үткәреп булмай. Шуға күрә электрон дәреслектәр бик тә ошо яҡлап ярҙам итә.
Глуса Нурисламова
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 06 ноя 2014, 13:58

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Зульфия Махмутовна » 09 ноя 2014, 14:34

Презентация уҡыусыларҙың танып белеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен үҫтереү өсөн бик уңайлы эш төрө тип таптым. Проекттар төҙөү шулай уҡ уҡыусыны ижади яҡтан үҫтерә, ул үҙ фекерендә торорға, үҙ алдына ҡуйған маҡсатына ирешергә өйрәнә. Һәм, иң мөһиме, был эш төрө уҡыусыларҙың телмәрҙәрен үҫтерә.
Электрон дәреслектәр - бик күп эш төрөн йыйған техник әсбап. Икенсе линия буйынса уҡыусыларға Усманова –Ғәбитованың электрон дәреслектәрен урта звенола мөмкинселек булғанда ҡулланам. Бында дәрес темаһына тура килтереп төрлө видеоматериалдар, һүҙлектәр,интерактив тестар, һүрәттәр табып була.
Зульфия Махмутовна
 
Сообщения: 9
Зарегистрирован: 22 окт 2014, 17:41

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Зульфия Валитовна » 09 ноя 2014, 16:54

Һаумыһығыҙ,хөрмәтле коллегалар!Башҡорт теле дәрестәрен юғары кимәлдә үткәрәм тиһәң, яңы технологияларҙан артта ҡалырға ярамай, әлбиттә. Интернет селтәрҙәрен, электрон һәм дистанцион белем биреү мөмкинселектәрен ҡулланыу дәрестең бәҫен, кимәлен күтәрә. Урыҫ мәктәптәре өсөн сығарылған электрон дәреслектәр уҡытыусылар өсөн оло ярҙамсы булып тора. Төплө белем бирергә лә, тирә-яҡты танып белергә лә, логик фекерләүҙе үҫтерергә лә ярҙам итә. Яңы уҡыу стандарттарына ярашлы дәрестәр биреүҙә иң ҡулайлы мөмкинселек.
Зульфия Валитовна
 
Сообщения: 7
Зарегистрирован: 06 ноя 2014, 09:31

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Лилия Фандусовна » 09 ноя 2014, 17:06

Башҡорт халыҡ шағирҙарын һәм яҙыусыларын өйрәнгәндә дәрестә уларҙың тормош юлын һәм ижадын интернет селтәрҙәре аша ла биреү бик отошло була. Шул саҡта уҡыусылар шағирҙарҙы, яҙыусыларҙы танып беләләр, бер-береһе менән аралашалар, бәхәсләшәләр һәм төрлө тест һорауҙарын яуап биреп иптәштәренең эштәрен баһалайҙар.
Лилия Фандусовна
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 07 ноя 2014, 12:23

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Эльвира Абсахова » 09 ноя 2014, 18:35

9-сы кластар өсөн сығарылған "Башҡорт теле" электрон дәреслеге менән 2-се йыл эшләйем.УҠЫУСЫЛАРҒА ЯУАПТЫ ТИКШЕРЕҮ МӨМКИНСЕЛЕГЕ БУЛҒАН МОМЕНТТАР ОҠШАЙ. Күнегеүҙе эшләгәндән һуң яуабын асып тикшерәбеҙ. Тик бындай эш төрҙәре аҙ бирелгән.
Эльвира Абсахова
 
Сообщения: 41
Зарегистрирован: 02 апр 2014, 09:07
Откуда: г. Нефтекамск

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Галеева Зульфия » 10 ноя 2014, 04:08

Внедрение новых информационных технологий в учебный процесс меняет традиционный взгляд на образование. Использование компьютерных мультимедийных программ позволяет разгрузить учителя, увеличить заинтересованность учащихся в предмете, дает возможность более наглядной подачи материала за счет анимации. Благодаря положительному эмоциональному настрою увеличивается темп урока на 10-15%. Кроме того, при работе с мультимедийными программами, обеспечивается обратная связь, осуществляется быстрый поиск нужной информации.
Галеева Зульфия
 
Сообщения: 15
Зарегистрирован: 06 ноя 2014, 11:07

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Габитова З.М. » 10 ноя 2014, 05:20

Уважаемые коллеги! Благодарим Вас за активное участие в Интернет-конференции. Мы приглашаем Вас участвовать и на наших курсовых мероприятиях, семинарах, круглых столах и т.д.
Кафедрой башкирского и других родных языков и литератур ИРО РБ проводятся курсы повышения квалификации и профессиональной переподготовки педагогических работников РБ. Кафедра ведет три категории педагогических работников: это учителя башкирского языка и литературы, учителя татарского языка и литературы и учителя родных языков и литератур. Повышение квалификации осуществляется в очной, дистанционной форме в соответствии с план-проспектами по модульной, модульно-накопительной форме, также по заявкам органов управления образованием районов и городов с выездом в районы. Для педагогов, не имеющих специального образования по башкирскому языку, на базе уже имеющегося высшего образования, открыты курсы профессиональной переподготовки по специальности «Башкирский язык и литература». Выдается диплом, дающий право профессиональной деятельности в области филологии. Вторая среда каждого месяца проводятся тематические консультации.
Кафедрой ежемесячно проводятся семинары, видеосеминары или круглые столы по актуальным проблемам преподавания родных языков.
Габитова З.М.
 
Сообщения: 103
Зарегистрирован: 23 сен 2013, 17:11

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Багаутдинова Альмира » 10 ноя 2014, 16:33

Башҡорт мәктәптәрендә электрон дәреслектәр менән проблемалар бар. Беҙ рус мәктәптәренә тәғәйенләнгән электрон дәреслектәрҙе ҡулланабыҙ.
Багаутдинова Альмира
 
Сообщения: 10
Зарегистрирован: 30 окт 2014, 17:36

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Минигулова Амина » 11 ноя 2014, 05:41

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле коллегалар! Әлеге ваҡытта беҙ Әлшәй районы Раевкала курстарҙа уҡып йөрөйбөҙ. Бөгөн беҙҙе Әхәт Ғәлимович эектрон дәреслектәрҙе эшебеҙҙә ҡулланыу буйынса кәңәштәр бирҙе. Бик күп яңылыҡтар белдек. Ҙур рәхмәт уға. Һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ.
Минигулова Амина
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 11 ноя 2014, 04:49

Re: Уважаемые учителя родных языков!

Сообщение Гульназира Азнагул » 11 ноя 2014, 05:54

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә электрон дәреслектәр ҡулланыу бөгөнгө көндә заман талабы булып тора. Быны беҙ яҡшы аңлайбыҙ һәм эшебеҙҙә мөмкин булған тиклем ҡулланырға тырышабыҙ. Мин үҙем, мәҫәлән, рус ауылынан килгән уҡыусыларға күберәк ике ноутбукта айырым эш биреп ҡуям. Ә дөйөм класс менән эшләгәндә йышыраҡ ҡабатлау, белгәндәрҙе иҫкә төшөрөү,бер системаға һалыу маҡсатында ҡулланам. Электрон дәреслектәр, шулай уҡ олимпиадаларға әҙерләнгәндә ҙур ярҙамсы булып торалар.Белемде камиллаштырыу курстарында ошо темаға тағы ла күберәк мәғлүмәт алдым. киләсәктә эшемдә киңерәк ҡулланырмын, тип уйлайым. Ҙур рәхмәт.
Гульназира Азнагул
 
Сообщения: 1
Зарегистрирован: 11 ноя 2014, 05:26

Пред.След.

Вернуться в Опыт использования электронных учебников на уроках родного языка и литературы

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 2

cron