Модераторы: Ахат Ильмухаметов, Sulejmanow R.F., Галиакберова А.Р.
Гадиева Ильуся писал(а):9 класта ( боронго, урта быуаттар осоро ) башҡорт әҙәбиәте материалы уҡыусыларға үҙләштереү өсөн ныҡ ҡатмарлы. Ошо осор әҙәбиәте өлгөләре DVD форматта сағыу биҙәлешле булһа, эште күпкә еңеләйтер ине. Бөгөнгө көндә булған электрон ҡулланмалар ғына аҙ, тип уйлайым мин.
Рифат Аюпов писал(а):Форумда ҡатнашыусыларға ҡайнар сәләм! Тәү сиратта интернет-конференция ойошторған өсөн мәғарифте үҫтереү институтының башҡорт теле кафедраһы хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтемде еткерәм. Телебеҙҙең киләсәге уҡытыусылар ҡулында, тип әйтһәм хаталанмаҫмын. Башҡорт теле дәрестәрен юғары кимәлдә үткәрәм тиһәң, әлбиттә, яңы технологияларҙан артта ҡалырға ярамай. Интернет селтәрҙәрен, электрон һәм дистанцион белем биреү мөмкинселектәрен ҡулланыу дәрестең бәҫен, кимәлен күтәрә. Урыҫ мәктәптәре өсөн сығарылған электрон дәреслектәр уҡытыусылар өсөн оло ярҙамсы булып тора, әммә милли мәктәптәр өсөн шундай дәреслектәр кәрәк. Элгәре сыҡҡандары китаптың күсермәһе генә, унан файҙа юҡ. Республикабыҙҙа алдынғы, ижади эшләгән уҡытыусылар күп, милли мәктәптәр өсөн электрон дәреслектәр эшләргә кәрәк ине...
Вернуться в Опыт использования электронных учебников на уроках родного языка и литературы
Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1