Шарипова Райса » 17 фев 2014, 11:16
Башҡорт теле уҡытыусыһы башҡа фәндәр уҡытыусылырынан туған телен, халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын ихтирам иткән милли рухлы шәхес тәрбиәләүе менән айырылып тора, шуға ла ул заман менән бергә атларға, хатта алдараҡ та барырға тейеш. Башҡорт теленә өйрәтеүҙә иң мөһиме - уҡытыу процесын дөрөҫ ойоштороу. Бер төрлө, төҫһөҙ дәрестәр үткәреп кенә уҡыусылырҙа телгә ыңғай ҡараш та, ҡыҙыҡһыныу ҙа тәрбиәләп булмай.
В.А. Сухомлинский: «Дәрес – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон», - тигән. Шул осҡондо тоҡандырыу, балала телде ҡыҙыҡһыныу, теләк менән өйрәнеү өсөн уҡытыусыға һәр дәресендә ғәжәпләнеү, һоҡланыу тойғолары, ултырлыҡ заманса технологиялар, уҡытыу методтары ҡулланырға тура килә.
Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа дәреслектәрҙе файҙаланыу бигерәк тә отошло: а) бирелгән һүҙҙәрҙе тәржемә иткәндә; б) башҡорт тексты тәржемә иткәндә; в) орфография һүҙлеге төрҙәре үткәргәндә.
Шулай итеп, уҡыу процесында электрон дәреслектәрҙе ҡулланыу башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, ишеткәнде аңлау күнекмәләрен булдыра, һүҙ байлығын арттыра; хатаһыҙ яҙыу, һүҙ ялғауын дөрөҫ ҡулланыу күнекмәһен үҫтерә; дәресте йәйләндерә, телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята.