ilzida36 » 06 окт 2013, 18:15
Уҡытыу процессында әҙәбиәт уҡытыусыһынан йәш быуында яңыса фекерләү, үҙ- ара мөнәсәбәттә, хеҙмәттә юғары мәҙәниәтле булыу,намыҫлылыҡ, тоғролоҡ, дуҫлыҡ, шәфҡәтлелек кеүек әхләк сифаттары тәрбиәләүгә иғтибар биреү талап ителә.
Уҡыусыларға белем, тәрбиә биреүҙә әҙәби әҫәрҙең роле ҙур. Хәҙерге техника прогрессы алға киткән осорҙа уҡыусыларҙың танып белеү, үҙ аллы белем алыу, әҙәби китап уҡыуға ынтылыу һәләтлектәрен үҫтереү бурысын ҡуя.Ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн әҙәбиәт дәрестәрен синыфтан тыш башҡарыла торған күп төрлө саралар менән тығыҙ бәйләү, ижади эҙләнеү эштәре ойоштороу, төрлөләндереү, ҡала,ауыл, республика яңылыҡтары, халҡының тормошо менән бәйләү мөһим тип иҫәпләйем. Әҙәбиәт дәрестәрен мәктәптә өйрәнелгән башҡа предметтар менән бәйләү уҡыусыларҙы ҡыҙыҡтыра. Шулау уҡ өйрәнелгән әҫәрҙе башҡа туғандаш халыҡтар әҙәбиәте менән бәйләп, сағыштырып уҡытыу әһәмиәтле.
Ошо бурыстарҙы күҙ уңында тотоп, төрлө отошло алымдар, методтар ҡулланыу уҡытыусының үҙенән тора. Һәр уҡытыусы үҙ эшенә яуаплы, ижади ҡараһа, балаларҙа әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятып була.Бер нисә алымға ғына туҡталып китәһем килә. Ул иң тәбиғи алымдарҙың береһе- ижади эш алымы. Ижади эш алымы уҡыусының ҡыҙыҡһыныуын, активлығын арттырыу,фекерләүен байытыу, әхләк тәрбиәһе биреү яғынан отошло. Дәрестән тыш бик күп саралар үткәрергә була.