Организация процесса обучения родному языку...

Re: Организация процесса обучения родному языку...

Сообщение Якшибаева Ф.К. » 06 окт 2013, 17:15

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең башҡорт теле дәресендә белем кимәле төрлөсә булған балалар уҡый. Бер һүҙ белмәгән, аңламаған бала менән йәнәш үҙ фекерен ниндәйҙер кимәлдә әйтә белгән бала ултыра. Ошондай уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу, эшкә дәртләндереү, әүҙемлеккә өлгәшеү өсөн дифференциациялы уҡытыу алымы отошло тип уйлайым. Был алым артта ҡалғандарға ярҙам итә, һәйбәт белгәндәргә тағы ла алға китергә мөмкинселек бирә.
Якшибаева Ф.К.
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 04 окт 2013, 16:38

Re: Организация процесса обучения родному языку...

Сообщение msh1970 » 06 окт 2013, 17:16

Ҡыҙыбыҙ районыбыҙҙа тәүгеләрҙән булып ФГОС программаһы буйынса уҡырға барҙы. Әлә 4 - се класта белем ала.Тәүҙә программаның ауырлығына аптырай инек, Аллага шөкөр,ҡыҙыбыҙ тик һәйбәт билдәләргә генә уҡый. Ысынлап та, материал икенсе күҙлектән сығып бирелә. Яңы программа буйынса эшләү уҡыусылар өсөн дә, уҡытыусылар өсөн дә еңел түгел. Бында уҡытыусының бик егәрле булыуы талап ителһә, уҡыусыларҙың иң һәләтлеләре генә белемде үҙләштерә ала. Был осраҡта ФГОС материалдары менән дә ҡәҙимгесә уҡытырға тура килә түгелме ?
msh1970
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 23 сен 2013, 16:17

Re: Организация процесса обучения родному языку...

Сообщение gulchik-67@mail.ru » 06 окт 2013, 17:20

Коллегаларымдың тәҡдимдәрен уҡып, үҙемә күп кенә файҙалы материал алам. Барығыҙға ла оло рәхмәтемде белдерәм.
gulchik-67@mail.ru
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 02 окт 2013, 16:30

Re: Организация процесса обучения родному языку...

Сообщение Якшибаева Ф.К. » 06 окт 2013, 17:22

хисаметдинова писал(а):Ҡыҙым тарихтан БДИ -ға әҙерләнгәндә, заманса технологияларҙың ни тиклем ваҡытты экономиялауын, уҡығанды хәтерҙә ҡалдырыу мөмкинлектәренең күплегенә аптырағайным. Тарихсыларҙың һәр темаға схемалар,аудио-видеодәрестәре, системаға һалып эшләнгән презентациялары бик ҙур ярҙам итте. Белгестәр тел-әҙәбиәт өлкәһендә лә ошо йүнәлештә емешлерәк эшләһә ине тигән теләгем бар.


Һеҙҙең менән тулыһынса килешәм. Ысынлап та, башҡа ниндәй генә фәнде алып ҡараһаң да шул тиклем әҙер материал күп, ҡуллан ғына. Ә бына башҡорт теленән ул юҡ кимәлендә. Әле бына 6-сы класта "Башҡорт әҙәбиәте"(М.Б. Юлмөхәмәтов, М.Х.Иҙелбаев һ.б, Өфө-2012)яңыртылып сыҡҡас, уға эш дәфтәре лә сығарҙылар, хатта ошо ла уҡытыусыға оло ярҙам булды.
Якшибаева Ф.К.
 
Сообщения: 3
Зарегистрирован: 04 окт 2013, 16:38

Re: Организация процесса обучения родному языку...

Сообщение Гульназ Мухамед » 06 окт 2013, 17:24

Башҡорт теле дәресендә эшлекле атмосфера тыуҙырып, уҡыусыларҙын үҙҙәренән тема буйынса һорау уйлатып һәм ошо һорауға шунда уҡ үҙҙәренең яуабын әйттереү алымы ла бик уңай. Башҡа уҡыусыларҙың да фекерҙәрен тыңлау ҙа уларҙың телмәрен үҫтерә. Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡылған әҫәр буйынса үҙ-ара һорауҙар биреү юлы аша әңгәмә ҡороу уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындыра.
Гульназ Мухамед
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 06 окт 2013, 13:39

Re: Организация процесса обучения родному языку...

Сообщение Гульназ Мухамед » 06 окт 2013, 17:32

10-11 класс өсөн башҡорт теле дәреслеген (Ю.В.Псәнчин, В.Ш.Псәнчин) яңынан үҙгәрештәр индереп яңынан сығарыу кәрәктер. Юғары класс уҡысыларын ҡыҙыҡһындырырҙай күнегеү текстары , күнегеүҙәргә яңы эшлекле биремдәр кәрәк!
Гульназ Мухамед
 
Сообщения: 6
Зарегистрирован: 06 окт 2013, 13:39

Re: Организация процесса обучения родному языку...

Сообщение gulchik-67@mail.ru » 06 окт 2013, 17:33

Р.Тулибаеваның: "Түбәнге кластарҙа тарихи романдарҙан өҙөктәрҙе уҡытып, күп һүҙҙәрҙе аңламаған баланы әҙәбиәттән биҙҙерәбеҙ",- тигән һүҙҙәре менән килешәм. Ә бына 2010 йылда рус мәктәптәренең 7-се класы өсөн нәшер ителгән "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте" дәреслегенә (авторҙары-Ф.Ә.Хөснөтдинова һәм башҡалар) индерелгән әҫәрҙәрҙе уҡыусылар ҡыҙыҡһынып уҡый, проблеманы хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша,үҙ тәҡдимдәрен индерә. Бындай дәреслектәр күберәк булһындар ине тигән теләктәмен.
gulchik-67@mail.ru
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 02 окт 2013, 16:30

Re: Организация процесса обучения родному языку...

Сообщение зилара-удача5 » 06 окт 2013, 17:35

Расима Баязитова писал(а):Хөрмәтле коллегалар барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым! Һеҙгә ижади үрҙәр, һаулыҡ теләйем.
Башҡорт теле дәрестәрен уҡыусылар ихлас күңелдән, ҙур теләк менән үләштерһендәр өсөн яңы технологиялар, яңы алымдар ҡулланып, элекке традицияларҙы ла онотмай үткәреү кәрәк. Был турала форумда ҡатнашыусы байтаҡ коллегалар әйтеп үткән, бөтәгеҙ менән дә килешәм.
Бөгөнгө ФГОС шарттарында төҙөлгән 6 класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле дәреслеген (авторҙары СолтанбаеваХ.В., Толомбаев Х.А., Балапанова Л.С.) былтырғы уҡыу йылында уҡ ҡулға алдыҡ һәм уның менән уҡыусыларҙы уҡыттыҡ. Дәреслек бик оҡшаны, күнегеү текстары ла, уның биремдәре лә уҡыусыларҙың йәш кимәленә тура килтереп төҙөлгән. Дәрестә үҙ аллы эшләү өсөн дә, парҙар менән эш өсөн дә, уҡыусыны төрлө яҡлап үҫтерер өсөн күнегеүҙәр бар. Әммә быйыл ошо балалар менән 7 класҡа күскән әҙерәк аптыранып ҡалдыҡ, сөнки быйыл уҡыясаҡ 7 класс дәреслеге ФГОС талаптарына тап килмәй. Был осраҡта уҡытыусыға ни эшләргә инде? Күнегеү өсөн биремдәрҙе үҙенә үҙгәртергә тура килә инде. Хөрмәтле коллегалар, ошо дәреслектәр тураһында һеҙҙең дә фекерҙәрҙе белге килә ине.



Мулюкова З.Р. Бөрйән районы Ҡолғана ауылы, Әбделмәмбәт мәктәбе филиалы. Дәреслектәр уҡытыусының проблемаһы тугел.Мәғариф министрлығы ФГОС шарттары буйынса иң беренсе сиратта программа һәмуа ярашлы дәреслектәр менән тәьмин итергә тейештер.Ә беҙҙә нисек һуң? Ошоға тиклем башҡорт әҙәбиәтенән 2003 йылғы программа менән эшләйбеҙ.Әдәреслектәр уҙгәреп баҫылып сығып торҙо.2003 йылдан алып бер ниндәй программа сыҡманы,беҙҙең БИРО ла эшләгән коллегалар был турала уйланырға тейештәрҙер бит.ФГОС буйынса программа бар,әммә дәреслектәр юҡ,төпкөл мәктәптәргә улар килеп етмәй.иң беренсе сиратта,башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән ФГОС буйынса программаларға ярашлы дәреслектәр кәрәк.Ә беҙҙә дәреслектәр ни өсөндөр һуңлап сыға.
зилара-удача5
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 06 окт 2013, 15:11

Re: Организация процесса обучения родному языку...

Сообщение гульфия ф. » 06 окт 2013, 17:36

Применение информационных технологий на уроках не только облегчает усвоение учебного материала учащимися, но и представляет новые возможности для развития их творческих способностей, повышает мотивацию учащихся к учению, активизирует познавательную деятельность, развивает мышление и творческие способности ребенка, формирует активную жизненную позицию в современном обществе.С каждым годом интернет -ресурсы все глубже проникают в образовательный процесс, внося свои положительные результаты. Эффективное применение информационных ресурсов расширяет образовательное пространство педагога ,делает учебный и воспитательный процессы более насыщенными и продуктивными. Но надо помнит и о том,что ни компьютер сам по себе, ни сеть Интернет, ни какое-либо другое средство обучения не в состоянии заменить педагога,живое слово, непосредственное общение. Речь главным образом идет о другом- о включении компьютерных технологий в процесс обучения путем организованной и педагогически обоснованной деятельности.Работа с интернет- ресурсами помогает учителю выстраивать свою уникальную систему работы, экономить время и делать
процесс обучения наиболее продуктивным.
гульфия ф.
 
Сообщения: 42
Зарегистрирован: 05 окт 2013, 17:15

Re: Организация процесса обучения родному языку...

Сообщение ilzida36 » 06 окт 2013, 17:37

Новые информационные технологии открывают большие возможности расширения образовательных рамок по каждому предмету, и башкирский язык не является исключением.Проектная методика, которая зарекомендовала себя как активная форма обучения, поможет привлечь внимание к проблемам башкирского языка, культуре, традициям народа. Участие в сетевых проектах поможет также окунуться целиком в башкирский язык, использовать аутентичную информацию учителями и школьниками.
ilzida36
 
Сообщения: 12
Зарегистрирован: 06 окт 2013, 13:35

Пред.След.

Вернуться в Родные языки и литературы

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1

cron