хисаметдинова писал(а):Ҡыҙым тарихтан БДИ -ға әҙерләнгәндә, заманса технологияларҙың ни тиклем ваҡытты экономиялауын, уҡығанды хәтерҙә ҡалдырыу мөмкинлектәренең күплегенә аптырағайным. Тарихсыларҙың һәр темаға схемалар,аудио-видеодәрестәре, системаға һалып эшләнгән презентациялары бик ҙур ярҙам итте. Белгестәр тел-әҙәбиәт өлкәһендә лә ошо йүнәлештә емешлерәк эшләһә ине тигән теләгем бар.
Расима Баязитова писал(а):Хөрмәтле коллегалар барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым! Һеҙгә ижади үрҙәр, һаулыҡ теләйем.
Башҡорт теле дәрестәрен уҡыусылар ихлас күңелдән, ҙур теләк менән үләштерһендәр өсөн яңы технологиялар, яңы алымдар ҡулланып, элекке традицияларҙы ла онотмай үткәреү кәрәк. Был турала форумда ҡатнашыусы байтаҡ коллегалар әйтеп үткән, бөтәгеҙ менән дә килешәм.
Бөгөнгө ФГОС шарттарында төҙөлгән 6 класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле дәреслеген (авторҙары СолтанбаеваХ.В., Толомбаев Х.А., Балапанова Л.С.) былтырғы уҡыу йылында уҡ ҡулға алдыҡ һәм уның менән уҡыусыларҙы уҡыттыҡ. Дәреслек бик оҡшаны, күнегеү текстары ла, уның биремдәре лә уҡыусыларҙың йәш кимәленә тура килтереп төҙөлгән. Дәрестә үҙ аллы эшләү өсөн дә, парҙар менән эш өсөн дә, уҡыусыны төрлө яҡлап үҫтерер өсөн күнегеүҙәр бар. Әммә быйыл ошо балалар менән 7 класҡа күскән әҙерәк аптыранып ҡалдыҡ, сөнки быйыл уҡыясаҡ 7 класс дәреслеге ФГОС талаптарына тап килмәй. Был осраҡта уҡытыусыға ни эшләргә инде? Күнегеү өсөн биремдәрҙе үҙенә үҙгәртергә тура килә инде. Хөрмәтле коллегалар, ошо дәреслектәр тураһында һеҙҙең дә фекерҙәрҙе белге килә ине.
Вернуться в Родные языки и литературы
Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1