Организация процесса обучения родному языку...

Re: Организация процесса обучения родному языку...

Сообщение Ravilovna » 07 окт 2013, 03:07

Бына форумдың эше тамаланып килә. Тағы ла туған телдәрҙе уҡытыу һәм өйрәнеү мәсьәләһе ҡаралды.
Уҡыу йылы башланды, бурыстар ҙа, пландар ҙа билдәләнгән, әммә эш барышында асыҡлыҡ индерәһе һорауҙар, хәл итәһе мәсьәләләр тыуып ҡына тора.
Мәғариф учреждениеларының планын төҙөгән ваҡытта башҡорт теле һәм туған телдәрҙе уҡытыуҙың сәғәттәрен һаҡлап ҡалыу, мәктәптәрҙә туған телдәрҙе өйрәнгән, синыф һәм төркөмдәрҙе төҙөгән ваҡытта уҡыусыларҙың милләтен, туған телдәрен белеү кимәлен иҫәптә тотоп, Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе уҡытыуҙың сифатын даими тикшереп, диагностика үткәреп тороу, мәғариф учреждениеларын башҡорт теле уҡытыусылары менән тәьмин итеү буйынса эште дауам итеү һәм башҡа бик күп мәсьәләләрҙе еренә еткереп башҡарыу мотлаҡтыр, шулай уҡ ата-әсәләргә лә туған телдәр һәм башҡорт телен уҡытыуҙың нигеҙҙәрен законға таянып аңлатырға кәрәктер тип уйлайым.
Ravilovna
 
Сообщения: 68
Зарегистрирован: 30 сен 2013, 04:33

Re: Организация процесса обучения родному языку...

Сообщение Ravilovna » 07 окт 2013, 03:10

Хөрмәтле форумда ҡатнашысыулар, туған тел уҡытыусылары! Яҙмышыбыҙ туған телебеҙ менән бәйләнгән икән, уның яҙмышы, киләсәге өсөн ныҡ борсолабыҙ. Беҙҙе борсоған, уйландырған һорауҙар байтаҡ йыйылды. Билдәле булыуынса, бөгөнгө көндә иң осло торған киҫкен мәсьәләләрҙең береһе – туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу, үҫтереү, камиллаштырыу, донъя кимәленә күтәреү. Был туған тел уҡытыусыларының ғына түгел, үҙенең милләтен таныусы, халҡы яҙмышы өсөн борсолоусы һәр кешенең бурысылыр. Халыҡтың телгә булған мөхәббәтенә ҡарап, кешенең мәҙәни кимәленә генә түгел, бәлки, уның гражданлыҡ ҡиммәтенә баһа бирергә мөмкин.
Башҡорт теле туған тел булараҡ та, республикабыҙҙың дәүләт теле булараҡ та тик үҙебеҙҙең тыуған илебеҙҙә – Башҡортостан Республикаһында йәшәргә хоҡуҡлы. Арҙаҡлы шәхесебеҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һүҙҙәре менән әйтһәк: “Халыҡтың үлемһеҙлеге – уның телендә. Иң ҙур байлығын – телен биргән халҡыбыҙ алдында һәр беребеҙҙең бурысы бар”.
Ravilovna
 
Сообщения: 68
Зарегистрирован: 30 сен 2013, 04:33

Re: Организация процесса обучения родному языку...

Сообщение зилара-удача5 » 07 окт 2013, 04:27

Мулюкова З.Р. Бөрйән районы,Ҡолғана ауылы,Әбделмәмбәт мәктәбе филиалы: Башҡорт милләте бик боронғо халыҡ. Был турала беҙҙең бөтмәҫ - төкәнмәҫ эпостарыбыҙ, легендаларыбыҙ һөйләй. Әле ул эпостарҙың кодын берәу ҙә асып бөтмәгән, һәм ул турала артыҡ күп эҙләнмәйҙәр ҙә. Ә бит унда бөтә ғилем йәшеренгән, хатта, башҡорт һуҙҙәре лә тарих һәйләп тора,уларҙа ла код йәшеренгән бит. Миҫалға, « Ҡуңыр буға» эпосын алайыҡ.Бында бит астрономия фәне асыҡ ярылып ята,ошонда уҡ һандарҙың күп нәмә һөйләүе лә әйтелә. Мәҫәлән, 63 һанын физик Коперник асҡан, тиелә, ә бит уны әллә ҡасан ук беҙҙең башҡорт халҡы асҡан.Ошо уҡ эпоста 63 һаны тураһында
әйтелә (Ҡуныр буғаның ете быуынының һәр береһе туғыҙышар быҙау килтерә,ә иң һунғы быҙау кире Уралға ҡайта, йәғни, 63 йыл һайын тарих яңынан ҡабатлана ,ошо эпостың кодын асыу тугелме?). Эпоста ,шулай уҡ,бөтә йондоҙлоҡ картаһы бирелә,һәр бер йондоҙ исемдәре генә ни тора!Бына ошонан сығып,мин һәр дәрестәремдә балаларҙы әкиәтме,йәки бик боронғо һүҙме,легендамы,мәҡәлме - шуларҙың кодтарын асырға өйрәтәм.Телебеҙҙе,тарихыбыҙҙы тәрәндән өйрәнмәйсә тороп ,телебеҙгә,халҡыбыҙға ҡарата мөхәббәт тойғоһо тәрбиәләп булмай. Бала иң беренсе уҙенең халҡының тарихын,теленең матурлығын,тәрәнлеген тойоп үҫергә тейеш.Урыҫтарҙа Елена Блаватская тигән Посвященнаялары бар, уның яҙмаларын уҡыһаң, “Урал батыр» эпосы куҙ алдына килеп баҫа,шулай булғас,башҡорт халҡының эпостарын ижад итеүселәр Е.Бловатскаянан да юғарыраҡ кешелар булған түгелме һуң, тик исемдәре гена билдәһеҙ? Бына ошоларҙы дәрестә һыҙыҡ өҫтөнә алып китәм,һәм укыусыларымда башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеүгә "телебеҙҙәге хикмәттәрҙе» асырға ҡыҙыҡһыныу уятам.Уҡыусыларҙың күҙҙәрендә осҡондар барлыҡҡа килә,улар үҙҙәре лә уҡыған әкиәттәрен бөгөнгө тормош менән бәйләп аңлатырға тырышалар,бәхәс ҡоралар,әкиәттәр ысынбарлыҡ икәнлеген иҫбат итәлар.Башҡорт теле дәрестәрендә программа ,үтәү маҡсатынан, ялҡытҡыс күнегеүҙар эшләп ултырыу хилаф эш.Шуға курә, һәр уҡытыусы баланы уйландыра белергә, һығымта яһарға,эҙләнергә өйрәтергә тейеш,шул саҡта ғына халҡыбыҙҙың тарихын,һүз ҡәҙерен белгән,уҙенең фекерен асыҡ итеп әйтә алырҙай, милләтебеҙҙең киләсәген тәрбиәләп булалыр.
зилара-удача5
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 06 окт 2013, 15:11

Re: Организация процесса обучения родному языку...

Сообщение Габитова З.М. » 07 окт 2013, 04:47

Уважаемые коллеги! Благодарим Вас за активное участие в Интернет-педсовете. Мы, приглашаем Вас, участвовать и на наших курсовых мероприятиях, семинарах, круглых столах и т.д.
Кафедрой башкирского и других родных языков и литератур ИРО РБ проводятся курсы повышения квалификации и профессиональной переподготовки педагогических работников РБ. Кафедра ведет три категории педагогических работников. Это учителя башкирского языка и литературы, учителя татарского языка и литературы и учителя родных языков и литератур. Повышение квалификации осуществляется в очной, дистанционной форме в соответствии с план-проспектами. По модульной, модульно-накопительной форме. Также – по заявкам органов управления образованием районов и городов с выездом в районы. Для педагогов, не имеющих специального образования по башкирскому языку, на базе уже имеющегося высшего образования, открыты курсы профессиональной переподготовки по специальности «Башкирский язык и литература». Выдается диплом, дающий право профессиональной деятельности в области филологии.
Кафедрой ежемесячно проводятся семинары, видеосеминары или круглые столы по актуальным проблемам преподавания родных языков. Приглашаем Вас.
Габитова З.М.
 
Сообщения: 103
Зарегистрирован: 23 сен 2013, 17:11

Re: Организация процесса обучения родному языку...

Сообщение Габитова З.М. » 07 окт 2013, 05:02

Хөрмәтле Рифат Риф улы! Һеҙҙең шундай эшлекле, урынлы тәҡдимегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең тәҡдимегеҙ менән килешәбеҙ.
Габитова З.М.
 
Сообщения: 103
Зарегистрирован: 23 сен 2013, 17:11

Re: Организация процесса обучения родному языку...

Сообщение Исхакова Диля » 07 окт 2013, 05:05

Бөйөк рус педагогы К.Д. Ушинский:" Тәрбиә, әгәр ул көсһөҙ булырға теләмәһә, халыҡсан булырға тейеш", - тигән.
Дәрестәрҙә әҫәрҙәрҙе анализлағанда, мин уҡыусыларҙа милли рух, милли аң тәрбиәләргә тырышам. " Ниндәй кеше үҙ милләтенең тоғро вәкиле була ала?" тигән һымағыраҡ һорауҙар ҡуям. Ни өсөн үҙ халҡыңдың тарихын белеү мотлаҡ? Халыҡ ижады беҙҙе нимәгә өйрәтә? Нимә ул башҡортлоҡ? Уй - фекергә ҡоролған проблемалы һорауҙар аша ижади эштәр башҡарабыҙ. Әлбиттә, һәр уҡыусы үҙ фекерен ҡыйыу рәүештә әйтеп бармай, ләкин араларында ҡыйыуҙары, аңлылары ла осрай.
Исхакова Диля
 
Сообщения: 7
Зарегистрирован: 25 сен 2013, 17:44

Re: Организация процесса обучения родному языку...

Сообщение Исхакова Диля » 07 окт 2013, 05:19

Дәрестәребеҙҙә заманса алымдар ҡулланһаҡ та, традицион алымдар менән эшләһәк тә беҙ - уҡытыусы. Дәрестәр һәм уҡыусы балалар. Былар бөтәһе лә бер епкә теҙелеп, бер бөтөнлөктө тәшкил итә. Киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһының роле бик ҙур. Сөнки беҙ әҙәбиәт ғилеме менән берлектә балаларҙа кешелек һәм әҙәплелек сифаттары тәрбиәләйбеҙ. Иң мөһиме - балаларҙы яратыу, уларға күңел йылыһын бирә белеү.
Һеҙгә хөрмәтле коллегалар һаулыҡ, ҡыуаныстарға төрөлгән яҡты матур көндәр, эшегеҙҙә ижади үрҙәр һәм уңыштар, рух күтәренкелеге теләйем!
Исхакова Диля
 
Сообщения: 7
Зарегистрирован: 25 сен 2013, 17:44

Re: Организация процесса обучения родному языку...

Сообщение Ахат Ильмухаметов » 07 окт 2013, 05:44

Миргалиева Г.Р. писал(а):Родной язык, по Ушинскому, является хранилищем результатов познавательной деятельности многих поколений, сокровищницей всех знаний, "... лучшим, никогда не увядающим и вечно вновь распускающимся цветком всей духовной жизни народа". В нем отражается вся история народа, его нравственные и эстетические идеалы, его мысли и чувства, желания и надежды.
В языке он видел ту живую связь, которая соединяет прошлые, настоящие и будущие поколения в единое целое. Посредством языка народ закрепляет в истории и передает в наследие потомкам многовековой опыт своей трудовой и умственной деятельности, результата духовной жизни. Язык - явление историческое, способное к бесконечному развитию - К.Д. Ушинский подчеркивал исключительное образовательное и воспитательное значение языка, называя его величайшим народным наставником. В нем наиболее полно сохранились народная мудрость, многовековым общественный опыт. Отражая в представлениях и понятиях природу страны, историю народа, всю вообще объективную действительность, язык о помощью своих форм передает учащимся большое количество реальных знаний. Осваивая его неисчерпаемые богатства, дети приобщаются к подлинной жизни народа.
Язык для К.Д. Ушинского, как и для нас сейчас, - могучее средство развития индивидуума. С его помощью ребенок добывает знания, развивает мышление, общается с людьми. Наряду о трудовой деятельностью и другими факторами воспитания он способствует развитию умственных сил ребенка, формирует личность.

Познать океан через наблюдение и изучение жизни морских животных и растений в аквариуме или даже океанариуме невозможно. Так же возможно ли познать язык во всем его разнообразии, богатстве, значениях и значительности, эмоционально-экспрессивном и стилистическом возможностях, гибкости в функциональных проявлениях и т.д. только в рамках урочной деятельности, в рамках часов, отведенных программой? Где нужно и осваивать лексику, и изучать грамматику, и анализировать произведения... Ведь язык, в первую очередь, является отражением окружающей действительности, наших чувств, продукта мыслительной деятельности - абстрактных понятий, служит для общения, передачи личного и общественного опыта... (см. цитату). Однако, сможет ли ученик в полной мере освоить язык, опять же, в рамках только программного материала? Для познания языка, я, например, прихожу к выводу, по крайней мере, нужен личный практический и эмоциональный опыт.
Ат егә белмәгән - ҡамыт-дуғаны белмәҫ. Салғы тотмаған - бесән сабыуҙы аңламаҫ. Ҡолағында ел һыҙғыртып атта елмәгән малайҙың, бәйге һүҙен ишеткәндә (йә уҡығанда) тәндәре земберзәп китмәҫ, йөрәге дарҫлап типмәҫ тә, тамағы кипмәҫ. Уның өсөн ат бары дүрт аяҡлы ябай бер хайуан ғына булып ҡалыр. Ярата белмәгән - һөйөү, мөхәббәт һүҙҙәрен бар мәғәнәһендә төшөнмәҫ. Бала сағында сихри һәм мөғжизәле легендалар, риүәйәттәр, әкиәттәр донъяһында йөҙмәгән бала йыһандар иңләр хыял дингеҙендә лә гиҙә алмай шул. Йырҙы йә шиғырҙы аңлау өсөн кисерештәрҙең дә ауаздашлығы кәрәктер.
Поэтому, на мой взгляд, обучение обязано быть воспитательно направленным, подбор учебного материала как на уроках так и внеурочной деятельности должен учитывать психо-физиологические и индивидуальные особенности ребенка, сам материал эмоционально и практически насыщенным, а формы разнообразными и интересными.
Ахат Ильмухаметов
 
Сообщения: 426
Зарегистрирован: 27 сен 2013, 07:26

Re: Организация процесса обучения родному языку...

Сообщение зилара-удача5 » 07 окт 2013, 12:15

Бөгөнгө көндә йәнле аралашыу юҡҡа сығып бара, шуның өсөн дәрестә күберәк уҡыусы менән аралашыу кәрәк. Башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрендә иң беренсе йәнле аралашыу булырға тейеш, шул саҡта ғына баланың телмәре, үҙ аллы фекерләүе үҫешә. Ул иптәштәре менән бәхәскә керә, үҙенең фекерен асыҡ итеп әйтергә өйрәнә. Әҙәбиәт дәрестәрендә компьютерҙы артыҡ ҡулланыу хилафлыҡ ҡына килтерә. Ошоно күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ,коллегалар.
зилара-удача5
 
Сообщения: 5
Зарегистрирован: 06 окт 2013, 15:11

Re: Организация процесса обучения родному языку...

Сообщение ilzida36 » 07 окт 2013, 12:45

Во время проведения уроков родного языка к числу эффективных технологий можно отнести технологии работы в группах (пары, группы сменного состава и т.д.) Технология обучения в группах позволяет создавать на уроке определенные речевые ситуации, привлекать к организации работы в группе учащихся, которые хорошо владеют родным языком, что способствует формированию коммуникативной компетенции школьников. Для уроков родного языка можно использовать проектные уроки, уроки-дебаты, дискуссии, деловые игры и т.д. Метод проектов позволяет развить
- навыки аналитического мышления в процессе анализа информации, отбора необходимых материалов,
- ассоциативное мышление в процессе установления ассоциаций нового учебного материала с ранее изученным,
- логическое мышление, умение выстраивать логику доказательств, внутреннюю логику решаемой проблемы,
- умение рассматривать проблему в целостности связей и характеристик, опираться на ранее изученный материал.
ilzida36
 
Сообщения: 12
Зарегистрирован: 06 окт 2013, 13:35

Пред.След.

Вернуться в Родные языки и литературы

Кто сейчас на конференции

Сейчас этот форум просматривают: нет зарегистрированных пользователей и гости: 1

cron